АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шәп ул беҙҙең Рания!

Радмир һәм Гөлшат Горшениндар Сибай ҡалаһында йәшәй. Һау-сәләмәт тормош алып барған был ғаиләлә ата-әсәне һөйөндөрөп Раян, Рания һәм Камила исемле балалар үҫә. Фамилиялары ла ябай түгел һымаҡ. Ни өсөн Горшениндар тиһегеҙме? Радмирҙын өләсәһе ошо фамилияны йөрөткән һәм быуынға ҡалдырған.Ҡыҙҙары Рания «Айгөл» балалар баҡсаһында мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Ул сағыу тауышы, һығылмалы, дәртле итеп бейеүе, ихлас күңелдән тасуири шиғыр һөйләй белеүе, һәр эште еренә еткереп башҡарырға яратыуы менән айырылып тора.

Радмир һәм Гөлшат Горшениндар Сибай ҡалаһында йәшәй. Һау-сәләмәт тормош алып барған был ғаиләлә ата-әсәне һөйөндөрөп Раян, Рания һәм Камила исемле балалар үҫә. Фамилиялары ла ябай түгел һымаҡ. Ни өсөн Горшениндар тиһегеҙме? Радмирҙын өләсәһе ошо фамилияны йөрөткән һәм быуынға ҡалдырған.
Ҡыҙҙары Рания «Айгөл» балалар баҡсаһында мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Ул сағыу тауышы, һығылмалы, дәртле итеп бейеүе, ихлас күңелдән тасуири шиғыр һөйләй белеүе, һәр эште еренә еткереп башҡарырға яратыуы менән айырылып тора.
Рания ҡаланың һынлы сәнғәт мәктәбенә әүәләү, һүрәт төшөрөү түңәрәктәренә йөрөй. 6 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, шашканы ла оҫта уйнай. Был уйын төрөнә 2-се класта уҡыған ағаһы Раянға өләсәһе Вәзимә Ишбулды ҡыҙы өйрәткән, ә отҡор ҡыҙ шунда уҡ отоп алған.
—Балалар сәмләнешеп уйнай, әгәр ҙә, берәйһе еңелһә, еңмәйенсә тыныс ҡына йоҡларға ята алмай,—ти әсәләре Гөлшат.—Улар түңәрәктә лә махсус шөғөлләнә. Тренерҙары— Р.Р.Fәфүров.
4 йәшенән шашка уйнау менән ҡыҙыҡһынған Рания 2017 йылда Ишембай ҡалаһына барып 4-се урын яулай. Шул саҡ чемпион Юрий Чертокты күрә. Был осрашыу ҡыҙға тағы ла этәргес көс бирә. Ул хәҙер Тамара Танһыҡҡужина, Юрий Черток кеүек ҙур үрҙәр яуларға теләй. Тырыш ҡыҙ үҙ хыялдарына табан ҡыйыу аҙымдар эшләй. Балалар баҡсаһында үткән ярыштарҙа һәр саҡ беренселек унда! Урал аръяғы уйындарында призлы урындар яулай.
Быйыл июнь айында Өфө ҡалаһынан «Башнефт»тең шашка клубы тренеры Р.А.Шәйәхмәтов республика буйынса 5 баланы һайлап алып Ҡазанға ярышҡа алып барғайны. Унда Раян ағаһы менән Рания ла эләкте. Тәрбиәләнеүсебеҙ унда 8-се урын алды. Ә октябрь айында Ишембай ҡалаһында үткән ярышта 3-сө урын яуланы.
—Рания миңә ҙур ярҙамсы, һеңлеһе Камиланы ла ҡараша. Һеңлеһенә исемде лә үҙе ҡушты бит. «Һә» тигәнсе өйҙө йыйыштырып, икәүләп бәлештәр бешереп ҡуябыҙ. Ҡыҙыбыҙ үҙ-үҙенә талапсан, тырыш, отҡор. Киләсәктә йә табип, йә өләсәһе кеүек уҡытыусы булыр, тип уйлайбыҙ,—ти әсәһе.
Ранияға алда ла тик уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйек.
З.Т.Сәлимйәнова,
«Айгөл» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Һүрәттә: Рания Горшенина.