Сибай коррекцион мәктәбендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы хеҙмәт дәресенән уҡытҡан Таһир Зәйнәғәбдин улы Хужабиргәнов кеүек кешеләрҙе үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтәләр. Ул үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, әммә бер ваҡытта ла дан-шөһрәткә ҡыҙыҡмай. Уҡытыусы өсөн хеҙмәтенә иң оло баһа—уҡыусыларының, ата-әсәләренең рәхмәт һүҙҙәре.
Таһир Зәйнәғәбдин улы коррекцион мәктәпкә 1999 йылда килә. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү яуаплылыҡ, сабырлыҡ, аҡыл һәм тәжрибә талап итә. Тыныс, сабыр холоҡло хеҙмәт уҡытыусыһы уҡыусылар, ата-әсәләр араһында ҙур хөрмәт яулаған. Ул балаларҙы эшкә яраҡлаштырыу өсөн тырыша, был тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Уҡытыусының һәр хәрәкәтен отоп алырға тырышҡан малайҙарҙың үҙ ҡулдары менән ағастан эшләгән төрлө әйберҙәрҙе күреп үҙ-үҙҙәренә ышанысы арта. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән ата-әсәләрҙең күңелендә өмөт, дәрт уяна.
Ҡала күләмендә үткән төрлө күргәҙмәләрҙә Таһир Зәйнәғәбдин улының уҡыусылары йыш ҡатнаша. Былтыр уҡыусыһы Шахиев Шамил менән Салауат ҡалаһында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында үткән «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ чемпионатының төбәк этабында 3-сө урын яулап ҡайтыуҙары ла күпте һөйләй.
Таһир Хужабиргәнов эшендә уңған уҡытыусы булһа, ғаиләһендә ҡатыны Фәрзәнә Салауат ҡыҙына ышаныслы терәк, бергәләп тәрбиәләгән 5 балаға яҡшы үрнәк ул.
Баланы хеҙмәт аша тәрбиәләүҙе тормош девизы итеп алған Т.З.Хужабиргәнов намыҫлы, ныҡышмал хеҙмәте өсөн ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Аҙ һөйләп, күп эшләгән, матур йырлаған, алтын ҡуллы коллегабыҙҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә тәрбиә һәм уҡытыу эшендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.
Сибай коррекция мәктәбе уҡытыусыһы.