Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Сибай ҡалаһы бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Миңза Исҡужа ҡыҙы Латипова ҡаланың 14-се мәктәбенә ике теген машинаһы бүләк итте.
Мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеүсе эшлекле ханыма елле бүләктәре өсөн мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ришат улы Тураев, мәктәп директоры Земфира Айҙар ҡыҙы Самаҡова ҙур рәхмәт әйтте.
—Был мәктәптә ҡыҙҙар һәм малайҙар төп белемдән тыш һәр ваҡыт эшсе һөнәрҙәр үҙләштерҙе. Әлбиттә, матди базаны яңыртыу өҫтөндә эшләйһе бар. Бына башы бар, киләсәктә бергәләп был тәңгәлдә эшләрбеҙ, тип ышанам,—тине Миңза Исҡужа ҡыҙы.—Инвалидтар ойошмаһы Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, былтыр грант алыуға өлгәштек. Мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр хәҙер грант аҡсаһына алынған теген машинкаларында рәхәтләнеп тегергә өйрәнә.
Етәкселәр уҡыусыларға һәм педагогик коллективҡа уңыштар һәм сәләмәтлек теләне.