АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йола белгән—юғалмаҫ

Ни сыҡһа, шул «Әкиәт» балалар баҡсаһынан сыға, тигәндәй, был юлы Сибай ҡалаһының иң йәш балалар баҡсаларының береһе коллективы ҡала типографияһында «Ата-бабам мираҫы» китабын сығарып, уның исемен туйланы. Балалар баҡсалары һәм мәктәп сәхнәләре өсөн методик ҡулланмаға «Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең башҡорт халҡының милли йола байрамдарына таянып төҙөгән сценарий өлгөләре тупланған.

Ни сыҡһа, шул «Әкиәт» балалар баҡсаһынан сыға, тигәндәй, был юлы Сибай ҡалаһының иң йәш балалар баҡсаларының береһе коллективы ҡала типографияһында «Ата-бабам мираҫы» китабын сығарып, уның исемен туйланы. Балалар баҡсалары һәм мәктәп сәхнәләре өсөн методик ҡулланмаға «Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең башҡорт халҡының милли йола байрамдарына таянып төҙөгән сценарий өлгөләре тупланған.
—Балалар баҡсаһында уҡ кескәйҙәргә милләтебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, ауыҙ-тел ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү хәҙерге ваҡытта бик мөһим. Сөнки улар аша бала халҡыбыҙҙың үткән тарихы менән таныша, теленә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Башҡорт халҡының йолаларына таянып үткәрелгән байрамдар балаларҙың күңеленә бигерәк тә яҡын. Улар аша сабый күңеленә башҡортлоҡ тойғоһо, рухи тәрбиә һалына. Йола байрамдары балалар баҡсаларында йыш үткәрелә. Тик күп осраҡта улар тапалған, бер үк байрамдар ҡабатлана. Ошоларҙы иҫәпкә алып беҙ, Сибай ҡалаһының «Әкиәт» бала үҫтереү үҙәге-балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, ятыраҡ йола байрамдары сценарийҙарын туплап йыйынтыҡ сығарырға тигән ҡарарға килдек. Был ҡулланма тәрбиәселәргә, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға ярҙам булыр тип ышанабыҙ,—ти балалар баҡсаһы мөдире, китап сығарыуға күп көс һалған Наталья Алексеевна Фәттәхова.
Исем туйына Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Г.F. Әбилева, мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү буйынса методисы Л.Ш.Янбаева, ҡала балалар баҡсалары тәрбиәселәре, педагогтар йыйылды. Китап битен асҡан һайын кескәйҙәр бер йола күрһәтте. «Бәпембә» төркөмө бәләкәстәре Әмирә, Нурания, Алтынай, Ариана тәрбәселәре А.С.Исҡужина, Ә.С.Ырыҫбаева менән ҡояш саҡырыу йолаһын әҙерләһә, «Алсәскә» төркөмөнөң ҡыҙҙар- малайҙары (тәрбиәселәре Р.Р.Хәзиева, Л.Х.Хоҙайғолова) ҡурайға тәңкәләр элде. Ҡурайсы Нурғәле Кейекбирҙиндың үҫеп ултырған үләндән ҡурай яһап уйнауы оҫталыҡ класы итеп ҡабул ителде. «Тамсылар» төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәре Г.М.Хурамшина, Ә.F.Вилданова) халыҡ уйыны уйнаны. «Ҡурай»ҙар иһә (тәрбиәселәре Р.Ю.Ҡолмөхәмәтова, Л.З.Фәйзуллина) төрлө ептәрҙән «балаҫ һуҡты». «Ынйыҡай» (Р.Х.Иҫәнбаева, Л.Ф.Сәйетова) һәм «Ҡәләмдәр» төркөмө балаларының матур сығыштары ла алҡыштарға күмелде. Матур сараны 20 йыл педагогик стажы булған Р.Х.Иҫәнбаева тәжрибәһенә йомғаҡ яһап тамамланы.
Йола белгән—юғалмаҫ, тигән халҡыбыҙ. Йола атҡарғанда, көйләнә, һөйләнә торған теҙмә һәм сәсмә телмәр өлгөләре балаларҙың телмәрен үҫтереүгә лә ыңғай йоғонто яһай. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады үҙе бер мөғжизә бит. Шуның өсөн дә, башҡорт халҡының милли йола байрамдары сценарийҙары бик күптәр өсөн файҙалы һәм кәрәкле булыр, тип ышана йыйынтыҡ сығарыусылар.