Бөтә яңылыҡтар

Ҡулыңдан һөйөн

Наҙлыгөл Танһыҡҡужина мәктәп бүлегенең IV курсында уҡый. Тырыш ҡыҙ яҡшы өлгәшергә лә, колледж тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә. 2016 йылда БДУ-ның Сибай институтында үткән «Киләсәк кешеһе: проблемалар һәм преспективалар» исемле фәнни-ғәмәли конференцияла «Башланғыс класта мәғлүмәт технологияһын ҡулланыу» сығышы менән еңеү яулаһа (етәксеһе—информатика уҡытыусыһы А.Р.Һөйөндөков), 2018 йылда VI бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһында «Башҡорт халыҡ ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме элементы—селтәр төрҙәрен өйрәнеү» эше менән дә Гран-приға лайыҡ булды. Студенттың ғилми етәксеһе—ҡул эштәре методикаһы уҡытыусыһы Г.Р.Дәүләтбаева.

Наҙлыгөл Танһыҡҡужина мәктәп бүлегенең IV курсында уҡый. Тырыш ҡыҙ яҡшы өлгәшергә лә, колледж тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә.
2016 йылда БДУ-ның Сибай институтында үткән «Киләсәк кешеһе: проблемалар һәм преспективалар» исемле фәнни-ғәмәли конференцияла «Башланғыс класта мәғлүмәт технологияһын ҡулланыу» сығышы менән еңеү яулаһа (етәксеһе—информатика уҡытыусыһы А.Р.Һөйөндөков), 2018 йылда VI бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһында «Башҡорт халыҡ ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме элементы—селтәр төрҙәрен өйрәнеү» эше менән дә Гран-приға лайыҡ булды. Студенттың ғилми етәксеһе—ҡул эштәре методикаһы уҡытыусыһы Г.Р.Дәүләтбаева. Наҙлыгөл төрлө ырыуҙарға ҡараған селтәрҙәрҙең үҙенсәлеген өйрәнә, анализ яһап, уларҙы эшләй. Мәҫәлән, күҙҙең яуын алырлыҡ Бөрйән ырыуы селтәрен мәрйендәр менән үргән, тәңкәләр менән биҙәгән.
Барлыҡ уңыштары өсөн 2017-2018 уҡыу йылында Башҡортостан халыҡтары туған телдәрен өйрәнеүгә бәйле уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләре өсөн күренекле башҡорт шиғир-гуманисы һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булды.
Наҙлыгөл үҙенең тырышлығы, яуаплылығы менән күптәргә өлгө булырлыҡ.
—Был донъяға берәү ҙә юҡҡа ғына килмәй. Кеше үҙенән һуң яҡшы эштәр ҡалдырырға тейеш. Ошоно яҡшы аңлаған өләсәйем мине бәләкәйҙән ҡул эштәренә өйрәтте,—ти ҡыҙ.—Нимәгә тотонһам да, күңелемде биреп, һәр биҙәккә күҙ нурымды түгеп, ихлас башҡарам. Шуға ла ул уңышлы килеп сығалыр.