Сибай педагогия колледжының физкультура факультеты—иң аҙаҡ асылған бүлектәрҙең береһе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда уҡыусылар республика кимәлендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. IV курс студенты Исҡужин Салауат былтырғы уҡыу йылында «Физик культура һәм спорт» компетенцияһы буйынса республика «Йәш профессионалдар» (Worldskills Russia) чемпионатында лайыҡлы 3-сө урын яуланы. Ырымбур өлкәһе егете Салауат уҡыу алдынғыһы, спорттың бөтә төрөн дә үҙ итә. Уҡытыусылар шәп студенттың исеме есеменә тап килә тип ҡыуана.
Сибай егете Йомағужа Башҡортостандың Благовещенск, Белорет, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө ҡалалары колледждарынан йыйылған 6 студент менән көс һынашты. Конкурсанттар ике дәрес фрагменты—аэробтар һәм бейеүҙә ярышты. Студентты чемпионатҡа уҡытыусылар Г.Р.Йомағоло-ва, Г.Ә.Сушкова, С.Х.Мәмбәтҡолова әҙерләне. Мәртәбәле ярышта Йомағужа Яҡупов почетлы 2-се урын яулап, 16-22 декабрҙә Өфөлә үтәсәк республика «Йәш профессионалдар» (Worlds-kills Russia) чемпионатында ҡала намыҫын яҡлаясаҡ. Уға уңыштар теләйек!