Өфөлә физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ милли чемпионатының IV төбәк һайлап алыу этабы үтте. Республикабыҙҙа йыл һайын ойошторолған бындай сара әлеге көндә белем алыусы, уҡыу йорттарын тамамлап яңы ғына эш башлаусы йәштәргә киләсәктә хеҙмәт баҙарына яраҡлашып китеүгә булышлыҡ итә.
Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары чемпионаттың һайлап алыу турын бик уңышлы үтте. Педагогтар З.К.Биктина һәм Д.Х.Рәх-мәтуллина етәкселегендәге төркөм ярышҡа йыл буйына етди әҙерләнә. Әйткәндәй, былтырғы чемпионатта уҡыу йортонан Нәйлә Абдрахманова беренселекте яулап, Мәскәүҙә рес-публика намыҫын яҡланы. Был юлы «Тегенсе» номинацияһында Анна Бочкова, «Художестволы дизайн» компетенцияһында Татьяна Касмы-лина үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп, икеһе лә 3-сө урынға өлгәште.
«Абилимпикс»та Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы командаһынан тыш, БДУ-ның Сибай институты студенттары, йәш техниктар станцияһы тәрбиәләнеүселәре лә көстәрен һынап ҡараны. Юғары уҡыу йорто студенткаһы Сулпан Байғәлина «Туризм» компетенцияһында икенсе урынға сыҡты. 15 йәшлек Гөлнара Кучева иһә «Персонаждар дизайны/анимация» номинацияһында 1-се урын яуланы. Яҡташтарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм ки-ләсәктә яңы үрҙәр, дәрт һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ.
Һүрәттә: колледж директоры студенттар менән.