АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы:

—1 октябрҙә беҙҙең илдә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрам—Ололар көнө билдәләнә. Был көндө һеҙгә сикһеҙ һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ, эскерһеҙ ярҙамығыҙ, ауыр саҡтарҙа аҡыллы кәңәштәрегеҙ менән ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.

Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы:
—1 октябрҙә беҙҙең илдә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрам—Ололар көнө билдәләнә. Был көндө һеҙгә сикһеҙ һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ, эскерһеҙ ярҙамығыҙ, ауыр саҡтарҙа аҡыллы кәңәштәрегеҙ менән ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Оло быуын кешеләре Ватаныбыҙҙың именлеген хәстәрләп бик күп данлы эштәр башҡарған, еңеүҙәр яулаған. Уларҙың ярҙамы менән индустрия гиганттары, социаль объекттар төҙөлгән, ышаныслы мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы, бай мәҙәни мираҫ һәм спорт традициялары булдырылған. Ололарҙы ҡайғыртыу—һәр кемдең бурысы. Оло быуын кешеләренең көнкүрешен еңеләйтеү, уларға уңайлы шарттар тыуҙырыу—йәмғиәтебеҙ алдында торған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе.
Традиция буйынса был көҙгө матур көндәрҙә хеҙмәт коллективтарында ветеран-дарҙы тәбрикләү тантаналары үтә. Элекке коллегалары тарафынан әйтелгән йылы һүҙҙәр, аралашыуҙар ветерандарыбыҙҙы йәшәртә, йәшәтә, күңелдәрен күтәрә. Хөрмәтле ветерандар, һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ! Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ һәм бәхет теләйем. Һеҙҙең янығыҙҙа һәр ваҡыт яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ булһын!
Байрам айҡанлы ветерандарға 50 дана «Атайсал» төбәк гәзитен яҙҙырҙыҡ. Матбуғат баҫмаһы—ололарға иң яҡшы һәм кәрәкле бүләк.