Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәттәшлек үҫә, нығына

Сибай гимназия-интернаты һәм БДУ-ның Сибай институты араһында хеҙмәттәшлек күпере күптән һалынған. Шулай булырға тейеш тә, сөнки был ике белем усағы бер үк изге эш башҡара: Урал аръяғы йәштәрен аң-белемгә әйҙәй, уларға яңы мөмкинлектәр, юлдар аса. Күптән түгел ҡалабыҙҙа ошо ике учреждениеның хеҙмәттәшлек даирәләрен байҡау өсөн республиканың барлыҡ мәктәп-интернаттары етәкселәре йыйылды. Улар гимназия-интернаттың һәм БДУ-ның Сибай институтының матди-техник базаһы менән танышты, белем биреү алымдары менән ҡыҙыҡһынды.

Сибай гимназия-интернаты һәм БДУ-ның Сибай институты араһында хеҙмәттәшлек күпере күптән һалынған. Шулай булырға тейеш тә, сөнки был ике белем усағы бер үк изге эш башҡара: Урал аръяғы йәштәрен аң-белемгә әйҙәй, уларға яңы мөмкинлектәр, юлдар аса.
Күптән түгел ҡалабыҙҙа ошо ике учреждениеның хеҙмәттәшлек даирәләрен байҡау өсөн республиканың барлыҡ мәктәп-интернаттары етәкселәре йыйылды. Улар гимназия-интернаттың һәм БДУ-ның Сибай институтының матди-техник базаһы менән танышты, белем биреү алымдары менән ҡыҙыҡһынды.
—Мәктәп һәм юғары уҡыу йорто бер-береһен ишетергә, мәғариф өлкәһе мәсьәләләрен хәл итеү мөмкинлеге биргән хеҙмәттәшлек юлдарын бергәләп эҙләргә бурыслы,—ти Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова.—Хеҙмәттәшлегебеҙ күптән дауам итә, беҙ йылдан-йыл уға яңылыҡтар, үҙгәрештәр индерергә тырышабыҙ. Һуңғы арала берҙәм мәғлүмәт-белем биреү мөхите тыуҙырыу, мәғариф һәм фән өлкәләрендә партнерлыҡты киңәйтеү, абитуриенттарҙы республиканың, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға индереү өсөн маҡсатлы эш алып барыу, һәләтле балалар менән эшләү, илебеҙ өсөн интеллектуаль элита әҙерләүгә айырым көс һалабыҙ. Килешеү сиктәрендә бик күп саралар уҙғарыла, киләсәктә лә эшмәкәрлекте нығытыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Өфөнән, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан килгән етәкселәр уҡыу йортоноң һәм белем биреү учреждениеһының мөмкинлектәрен юғары баһаланы, урында сифатлы белем, тәрбиә алыу өсөн барыһы ла эшләнеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
БДУ-ның Сибай институтында үткән «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүҙә хеҙмәттәшлектең һәр баҫҡысы ентекле ҡаралды. Институттың уҡытыу-методик бүлеге начальнигы Е.Н.Григорьевтың «Белем биреүҙә оҫталыҡ алымдары» доклады, шулай уҡ һәләтле балаларға ярҙам итеү үҙәге етәксеһе Ф.З.Хисаметдинова, Республика инженер лицей-интернаты директоры Ф.Ә.Шаһисолтанова, Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән уҡытыусыһы С.С.Лысова, мәғариф министрлығының дәүләт сәйәсәте һәм дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы Ж.В.Миникееваларҙың сығыштары бер тында тыңланды. Мәғариф министрлығы вәкилдәре әйтеүенсә, әлеге көндә һәләтле балалар өсөн баш ҡалала ике универсарий алды үҙәге эшләп килә. Сибай гимназия-интернаты һәм БДУ-ның Сибай институтында ла шундай үҙәк булдырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар.
Гөлдәр Ҡадаева.
Читайте нас: