Бөтә яңылыҡтар

Изгелек ҡылыу ҙа бер һөнәр

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары Телятников Константин—ташсы, Аллабирҙина Алһыу—биҙәүсе, Заманова Юлиә—технолог һәм Турғанов Азамат (һүрәттә) автомеханик һөнәрҙәрен үҙләштерә. Баймаҡ районының Билал ауылы ҡыҙы Юлиә, Әбйәлил һылыуы Алһыу һәм Сибай егеттәре эшсе һөнәрҙәрҙең илебеҙ өсөн бик тә кәрәкле булыуын яҡшы белә. Был ҡыҙҙар һәм егеттәр колледждың иң әүҙем ирекмәндәре лә.

2016 йылдан уҡыу йортонда «Янған йөрәктәр» тип аталған ирекмәндәр йүнәлеше эшләй. Уны педагог-психолог Гүзәл Исхаҡова етәкләй. Йәштәр мәрхәмәтлек, спорт һәм сәләмәт тормош рәүеше, күргәҙмә агитация, ижади блок, экология кеүек йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эштәр алып бара. Әле колледждың «Янған йөрәктәр»ендә 70 ирекмән иҫәптә тора, уларҙың 15-е «Рәсәй ирекмәне» сайтында теркәлгән.
Күҙҙәрендә йәшлек дәрте һәм сафлыҡ сағылған ҡыҙҙар һәм егеттәр кешеләргә ярҙам итеү һәм яҡшылыҡ ҡылыу маҡсаты менән янып йәшәй. Улар уҡыу йортонда, ҡалала һәм республикала уҙғарылған төрлө сараларҙа, социаль проекттарҙа ҡатнаша. Студенттар «Йәш ирекмәндәр йүнәлешенең эффектлы моделен ойоштороу» проектын уңышлы яҡлап, Сибай ҡала хакимиәте башлығының грантына эйә булған. Был аҡсаға улар берҙәм форма алып кейгән, шулай уҡ ятаҡханаға экранлы проектор, принтер, жалюзи, палаткалар һатып алырға иҫәп тота. Колледж йәштәре уҡырға ла, файҙалы эштәр башҡарырға ла өлгөрә.
Альбина Таһирова.
Һүрәттә: ирекмәндәр Төйәләҫ буйына походҡа әҙерләнә.
Читайте нас: