Бөтә яңылыҡтар

Күңелдәрҙә дәрт ҡалды

Фазанка, ГПТУ, ПЛ-24, Төҙөлөш һәм сервис колледжы—был һүҙҙәр Урал аръяғы райондарында һәм Сибай халҡына билдәле уҡыу йорто. Бында төҙөүселәр, ашнаҡсылар, тегенселәр һәм башҡа бик күп төрлө һөнәр эйәләре белем алып илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләп йөрөй. Беҙҙең уҡыу йортона Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан, шулай уҡ Ырымбур һәм Силәбе өлкәһенән күпләп уҡырға киләләр.

Колледжда туған телде һәм әҙәбиәтте уҡытыуға ҙур иғтибар бүленә. Студенттар Башҡортостан тарихын, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыуын, йолаларҙы бик теләп, ихлас өйрәнә. Йыл һайын Өфөлә махсус урта белем биреү уҡыу йорттары араһында республика фольклор конкурсы үткәрелә. Унда 2015 йылда «Яусылау», 2016 йылда «Һырға туйы» йолаларын күрһәтһәк, 2017 йылда «Ҡарға бутҡаһы»н сәхнәләштереп, призлы урын яуланыҡ.
Йәштәр өсөн ойошторолған төрлө саралар ҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Һуңғы арала ғына колледжда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусылар ФлүрҒFәлимов, Лира Яҡшыбаева, кинорежиссер Айгиз Fабдуллин булды.
Күптән түгел иһә студенттар менән журналист Таңһылыу Фәтих ҡыҙы Fәйнуллина осрашты. Ҡыҙҙар-егеттәр уның «Шаһитлы сер» китабын бирелеп уҡыны һәм ошо китапҡа ингән әҫәрҙәре буйынса авторға бик күп һорауҙар бирҙе. Нияҙғолова Диана «Атай, әсәй ҡәҙерлеләрем» йырын йырлап ишеттерҙе. Үтәбаева Айгүзәл сарала ҡатнашыусыларҙы ҡәләм тирбәлтеүсенең тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Заманова Юлиә «Fәфү ит, әсәкәйем», Сөләймәнова Зәлиә «Шаһитлы сер», Абдуллина Айгүзәл «Үгәй тиһәләр ҙә» хикәйәләре менән таныштырһа, уҡытыусылар очерктарына айырым туҡталды.
Осрашыуға директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Мостафина Альбина Булат ҡыҙы йомғаҡ яһаны һәм йәштәр күңеленә ижад сатҡылары һалырға булышлыҡ иткән Таңһылыу Fәйнуллинаға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Гөлсинә Дәүләтбаева,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.