АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

УҠЫТЫУСЫ БУЛЫП ТЫУАЛАР...

Күптән түгел Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы педагогтар династияһы» республика конкурсы булып үтте. Йыл һайын үткәрелеп килгән матур сарала был юлы ике һәм унан да күберәк быуын уҡытыусылары булған утыҙҙан ашыу педагогтар ғаиләһе ҡатнашты.

Күптән түгел Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы педагогтар династияһы» республика конкурсы булып үтте. Йыл һайын үткәрелеп килгән матур сарала был юлы ике һәм унан да күберәк быуын уҡытыусылары булған утыҙҙан ашыу педагогтар ғаиләһе ҡатнашты.
Өфө ҡалаһының «Супер-мәктәп» коллективы был конкурсҡа Айгөл Хәмит ҡыҙы Аҙнабаева (Нәҙерғолова) кандидатураһын тәҡдим иткән. Айгөл—беҙҙең яҡташ. Ул Сибай ҡалаһында тыуған, шунда үҫкән, 8-се мәктәпте тамамлаған. Конкурстың ситтән тороп үткәрелгән турын уңышлы үтеп, Айгөл Хәмит ҡыҙы финалда сығыш яһаған.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Аҙнабаева, ете быуынды ғына түгел, унан да күпте белеү һәр йәһәттән отошло, ти. Хәйер, Айгөл Хәмит ҡыҙының нисек мөғәллимә булып китеүе хаҡында бына ошондай мәҙәк һөйләйҙәр.
Күп йылдар элек бәләкәй генә ҡыҙ бала, әсәһенең көҙгөлө өҫтәле алдына баҫып: «Һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙҙең беренсе уҡытыусығыҙ булам. Һеҙҙе уҡырға, яҙырға, һанарға өйрәтәсәкмен»,—тип өндәшкән, тиҙәр. Баҡтиһәң, һөнәрен бәләкәйҙән үк һайлап ҡуйған икән. Ошо һүҙҙәре менән Айгөл Аҙнабаева яҙмышын билдәләрмен тип һис тә уйламағандыр ул саҡта. Әйткәндәй, тәүге уҡытыусыһы Валентина Слюсаренконы һаман да онотмай, ҙур ихтирам менән иҫкә ала.
Юл башы XIX быуатҡа илтә. Ҡартатаһының атаһы балаларҙы хәреф танырға өйрәткән, шул рәүешле малай-ҡыҙҙарҙың «күҙен асҡан». Алға китеп шуны еткерәйек, Айгөл Хәмит ҡыҙы уҡытыусылар династияһының дауам ителеүенә икеләтә һөйөнә.
Fөмүмән, Мотаевтар нәҫеле—мөғәллимдәр. Шәжәрәлә туғанлыҡ ептәре генә түгел, һөнәр оҡшашлығы ла ғәжәпкә ҡалдыра. Нәҫелдә, һанай китһәң, утыҙлап уҡытыусы иҫәпләнә. Педагогик тәжрибәне бергә ҡушһаң, 850 йылға тула! Был аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, туғыҙ быуатҡа тула яҙа.
Сығыштары менән Иҫке Сибай ауылынан булған Мотаевтар Мотай кантон старшинаһынан баш ала. Ул XVIII быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән, улы Айсыуаҡ Мотаев указлы мулла булған, мәҙрәсәгә нигеҙ һалған.
Киләһе быуындарҙан Абдрахман Айсыуаҡов иһә указлы мулла, сәсән-импровизатор була. Рус ғалиме П.М.Кудряшев уны «уҡымышлы мулла» тип атай. Абдрахмандың улы Ҡотләхмәт хәҙрәт Иҫке Сибай ауылында мәсет төҙөй. Унда шәкерттәргә йәҙит ысулы менән йәки яңыса белем биреү башлана.
Әхмәтшәрәф Мотаев—Айгөлдөң ҡаратаһының атаһы 1874 йылда Ырымбур губернаһы Бөрйән олоҫының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Башланғыс белем алғас, Ырымбур дини семинарияһын тамамлай, шулай уҡ указлы мулла булып, мәҙрәсәлә балаларға белем бирә.
Уҡымышлы Әхмәтшәрәф Мотаевтың ҡатыны Мәрйәм Әғзәм ҡыҙының Бәхтегәрәй Шәфиевтың бер туған һеңлеһе булыуын күптәр белмәйҙер ҙә әле, бәлки. Уның улы Fәфүр Әхмәтшәрәф улы Мотаев Айгөлдөң ҡартатаһының атаһының эшен дауам иттереүсе була. Ауыл мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғас, Темәс педагогия училищеһында әҙерлек курстары үтә, унан Өфөлә Башҡорт педагогия техникумында уҡыуын дауам итә. Башланғыс класс уҡытыусыһы дипломына эйә булғас, белемһеҙлекте бөтөрөү мәктәбенә килә. Моҡас, Йомаш, Мырҙа мәктәптәре мөдире була, Сибай ҡалаһының 4-се, 5-се мәктәптәрендә уҡыта. Fәфүр Әхмәтшәрәф улының дөйөм педагогик стажы—32 йыл. «Уҡытыусы—ударник» билдәһе һәм мәғариф бүлектәренең күп Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
«Fәфүр Әхмәтшәрәф улы миңә ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе бирҙе,—тип яҙған үҙенең иҫтәлектәрендә БАССР Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Аҡназаров—Һөнәр һайлағанда Fәфүр Әхмәтшәрәф улының ярҙамы бик күп тейҙе. Ш. Бабич ижадына мөкиббән ине. З.Вәлиди менән яҡшы мөнәсәбәттә булды. Fаиләләге ун бер баланы аяҡҡа баҫтырҙы».
Данлы Мотаевтар династияһын Fәфүр Әхмәтшәрәф улының ике ҡыҙы дауам итә. Ауылдаштары ихтирам йөҙөнән, ҡартатаһының һөнәре уның ике ҡыҙына ла күскән, тиер булған. Береһе—Айгөл Хәмит ҡыҙының әсәһе Рәшиҙә апай.
Рәшиҙә Мотаева-Нәҙерғолова күп балалы ғаиләлә унынсы бала булып, Бөйөк Еңеү йылында донъяға килә. Атаһы уҡытыусы булғас, бергәләп дәфтәр тикшерәләр икән, иртәгәһенә иртүк беренсе булып мәктәпкә барып, баһаларҙы һөйөнсөләй. Бына ошо ваҡытта уҡ уҡытыусы булыу теләге уяналыр ҡыҙсыҡта. Ауыр осор, һәр балала уҡыуға теләк көслө була, улар ручка, ҡәләм, дәфтәр, китаптар юҡ тип зарланмай, ә белемгә тартыла, уҡытыусыға ихтирам ҙур, маҡсатҡа өлгәшергә тырышыу көслө.
Мәктәпте тамамлау менән Рәшиҙә Fәфүр ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһының мәктәп-интернатына эшкә ебәрелә, тағы Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбендә лә эшләп ала, һуңынан инде Сибай педагогия колледжына килә. Әйткәндәй, 30 йыл шунда уҡыта, 22 йыл класс етәксеһе, предмет комиссияһы рәйесе була, сит тел бүлексәһен асыуға күп көс һала, Урал аръяғы урта махсус белем биреү учреждениеларының сит телдәр уҡытыусылары методик берекмәһен дә етәкләй. БАССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, СССР Юғары Советы президиумының «За доблестный труд» миҙалы менән бүләкләнә. 37 йыл эш стажы булған хеҙмәт ветераны ул Рәшиҙә Fәфүр ҡыҙы. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә, уларға инглиз теле нескәлектәрен өйрәтә. Бар ғүмерен балаларға аң-белем таратыуға бағышлаған педагог белдереүенсә, унан да бәхетлерәк кеше юҡтыр был донъяла.
Педагогтар династияһының етенсе быуыны Айгөл Хәмит ҡыҙы. Үҙенең данлыҡлы нәҫелен дауам итеп, күҙгә күренмәҫ еп булып быуындарҙы быуындарға тоташтыра алыуына бик ғорурлана әңгәмәсем.
Айгөл Аҙнабаева билдәләүенсә, кемделер уҡытыусыға әҙерләмәйҙәр, ә уҡытыусы булып тыуалар. Ул һәр көн иртән дәрескә ингән һайын үҙенең һөнәрен дөрөҫ һайлағанына ҡыуанып бөтә алмай.
Читайте нас: