АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«ИРӘНДЕК»ТӘР УҠЫУҒА ӘҘЕР!

Быйыл октябрҙә Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейына 20 йыл тула. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, был белем усағының ҡаҙаныштары күп. «Ирәндек»тәр ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа гел призлы урындар яулай.Лариса Юрьевна Назарова етәкселегендәге 3 «А» класы уҡыусыларының (һүрәттә) әүҙемлегенә, тырышлығына, берҙәм һәм татыу булыуҙарына ҡарап көнләшерлек. 19 ҡыҙ һәм 11 малай тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, бе-йеүгә лә, йырға ла маһир. Лицейҙағы бер генә сара ла уларҙан тыш үтмәй. Төрлө фәнни-эҙләнеү эштәре буйынса ҙур еңеүҙәргә өлгәшкәндәр.

Быйыл октябрҙә Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейына 20 йыл тула. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, был белем усағының ҡаҙаныштары күп. «Ирәндек»тәр ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа гел призлы урындар яулай.
Лариса Юрьевна Назарова етәкселегендәге 3 «А» класы уҡыусыларының (һүрәттә) әүҙемлегенә, тырышлығына, берҙәм һәм татыу булыуҙарына ҡарап көнләшерлек. 19 ҡыҙ һәм 11 малай тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, бе-йеүгә лә, йырға ла маһир. Лицейҙағы бер генә сара ла уларҙан тыш үтмәй. Төрлө фәнни-эҙләнеү эштәре буйынса ҙур еңеүҙәргә өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, Баскаков Артур «Ватан юлдары буйлап» конкурсының ҡала һәм республика этабында 1-се урын яулап, Бөтә Рәсәй кимәлендә Гран-при яулауға өлгәшкән. Әхмәрова Вилиә ГТО нормалары буйынса Өфөлә 1-се урынға сығып Алтын значок алып ҡайтҡан. «Гагарин кубогы» республика конкурсында ҡатнашып, Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Каратэ менән етди шөғөлләнгән ҡыҙ ҡала буйынса уҙғарылған ярышта 2-се урын яулаған. Бирюкова Алиса—оҫта йөҙөүсе. Ул ҡала кимәлендәге ярышта 2-се урын яулаған. Каратэ түңәрәгенә йөрөүсе Абдулова Айлинаның да уңыштары байтаҡ. Гаврилов Антон футбол, кикбоксинг менән мауыға. Уҡыусыларҙың барыһы ла яңы уҡыу йылын ҙур сабырһыҙлыҡ менән көтөп алған. 3 «А»-лар уҡыуға әҙер!