Бөтә яңылыҡтар

Майҙан хужалары—еңеүсе!

Республиканың махсус урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары уҡытыусылары араһында йыл һайын спартакиадалар уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Ошо көндәрҙә Сибай-Белорет төбәгенә ҡараған 11 уҡыу йорто командалары Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжында «Рухи күтәренкелек» спартакиадаһында осрашты.

Сәмле ярышҡа көйләнгән Сибай ҡалаһының педагогия, медицина, төҙөлөш һәм сервис, сәнғәт, күп тармаҡлы профессиональ, Аҡъяр тау, Урал аръяғының агросәнәғәт, Белорет металлургия, педагогия, Баймаҡ яғыулыҡ-энергетика, Урал аръяғының агроинженерия колледждары уҡытыусыларын ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, спорт комитеты рәйесе Р.Л.Fәбитов, спорт ветераны Г.Н.Таракин тәбрикләне. Сараның тантаналы өлөшөнән һуң, ҡыҙыу ярыштар башланды. Волейбол уйындары күп тармаҡлы профессиональ, төҙөлөш һәм сервис, медицина колледждары спорт залдарында ойошторолдо. Өҫтәл теннисы буйынса беренселек ҡаланың Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының махсус теннис залында үтте. Күп тармаҡлы профессиональ колледж тирында мәргәнлектә көс һынашһалар, спортзалда канат тартыу буйынса ярыш ҡыҙыу барҙы.

— Иртәнсәк башланған ярыштар кискә тиклем дауам итте. Командалар ныҡлы әҙерләнгәне күренеп тора. Һауа шарттарына ҡарамай, алыҫ араларҙы яҡын итеп килгәндәре өсөн барлыҡ уҡыу йорттары уҡытыусыларына ҙур рәхмәт,—ти ярыштың баш сәркәтибе Елена Марсель ҡыҙы Хәмиҙуллина.—Майҙан хужалары айырыуса әүҙем булды. Башҡаларға ла ошо ярыш сәме күсте.

Ярыш булғас, еңеүсе лә була, еңелеүсе лә. Ысынлап та, күп тармаҡлы профессиональ колледжы педагогтары ярышҡа ныҡлы әҙерләнгән. Шуға ла спартакиаданың дүрт төрөндә лә гел алдынғы урындарҙы яуланылар. Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса ла уларға тиңдәр булманы һәм лайыҡлы рәүештә беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында ут күршеләр—Хәйбулла районының Аҡъяр тау колледжы спортсылары. Өсөнсө урынды Сибай педагогия колледжы уҡытыусылары яуланы. «Рухи күтәренкелек» спартакиадаһында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ярыштарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын, көс-дәрт өҫтәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Киләһе йылда уҡытыусылар бәрәкәтле Баймаҡ ерендә майҙан тотасаҡ.