+22 °С
Болотло


Сараны «Өй йәме», «Рябинушка» ансамблдәре, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре йыр-бейеү менән биҙәй.
Яугирҙәрҙең яҡындары ярышҡан ярышта бер еңеүсе булмай, улар барыһы ла еңеүсе! Конкурста ҡатнашыусыларға Түбә ауыл советының Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡунаҡтар ҙа бүләкһеҙ килмәгән ине, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙеләр.
Сара һуңында Түбә ауыл биләмәһе башлығы Ә.Хәлитова сығыш яһаны, яугирҙәрҙең яҡындарын 8 март менән ҡотланы, әлеге сарала Мерәҫ командаһына ярҙам иткән ауыл депутаты Кәрим Ситдыҡовҡа рәхмәт белдерҙе.
Аҙаҡ иһә барыһы ла мәсеттә ойошторолған ифтарға барҙы.