Ижади бәйгене Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһы, «Һаҡмар» гәзите һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Быйыл конкурста сәсәндәр ярышы ла уҙҙы.Ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң булып, Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән, Сочи ҡалаһынан, республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан бик күп эштәр ҡабул ителгән. Еңеүселәр араһында Ырымбур ҡалаһынан Дауыт Амангилдин икенсе урын, Переволоцк районының Ғәбдрәфиҡ ауылынан Ҡотдос Вәхитов беренсе урын яуланы. Ырымбур ҡалаһы ҡоролтайының «Яйыҡ» башҡорт фольклор ансамбле үҙенең сығышы менән сараға йәм, дәрт, рух өҫтәне. Ырымбурҙар делегацияһы сараның һуңында 2-се Этҡол ауылынан йыраҡ түгел элеке Хәмит сәсән утарын барып ҡараған. Ошо ерҙә Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Ырымбурҙан килеп Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әльмөхәмәтов сәсәндәрҙән «Урал батыр» эпосын яҙып алып бөтә донъяға белдерә һәм мәңгеләштерә. Эпосты халҡыбыҙзың ҙур ҡомарткыһы итеп һаҡлап алып ҡала. Ошо изге ергә, 2-се Этҡол ауылы халҡы әйтеүенсә, Ырымбурҙарҙан делегация беренселарҙән булып килгән.
-Конкурс бер нисә ай дауам итте һәм унда төрлө быуын вәкилдәре--мәктәп уҡыусылары ла, ололар ҙа бик теләп ярышты. Сарала Башҡортостандан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусылар булды. Улар проза, поэзия һәм сәсәнлек жанрҙарында халыҡ һүҙенең матурлығын һәм рухын күрһәтте. Йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәр наградланды, бөтә ҡатнашыусылар ихлас рәхмәт һәм хөрмәт менән билдәләнде. Ойоштороусыларға айырыуса рәхмәт: «Һаҡмар» гәзите редакцияһына, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәтенә, Азамат Тажетдинов исемендәге мәктәп коллективына, шулай уҡ ярҙам һәм терәк күрһәткән башҡа ойошмаларға һәм кешеләргә рәхмәтем сикһеҙ. Улар тырышлығы арҡаһында был матур йола йылдан-йыл дауам итә.
Айырым рәхмәт жюри ағзаларына--Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатоваға, шағирә, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллинаға. Шулай уҡ «Урал батыр» эпосын халҡыбыҙға еткереүгә күп көс һалған М. Буранғоловтың тыуған төйәге--Ырымбур өлкәһе делегацияһына һәм Силәбе өлкәләренән килгән ҡунаҡтарға ла ихлас рәхмәт!
Минең өсөн был сара айырыуса ҡәҙерле, сөнки һүҙ атайымдың исемен һәм ул ҡалдырған ижади мираҫты һаҡлау хаҡында барҙы. Улар беҙҙе туған телде, тарихты, мәҙәниәтте һаҡларға һәм Ватанға тоғро булырға өйрәтә. Был ҡиммәттәр бөгөн тағы ла ҙур әһәмиәткә эйә.
Бөтә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға рәхмәт. Киләсәк быуындарға изге һүҙ, яҡшы эштәр ҡалдырайыҡ!--тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, Азамат Тажетдиновтың улы Илшат Тажетдинов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Гөлдәр Ҡадаева.