Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Май 2025, 08:20

Афарин, САПТАР!

«Байыҡ» телевизион бейеү конкурсынды «Саптар» өлгөлө хореография студияһы балалар араһында ГРАН-ПРИ яуланы. Афарин!

Афарин, САПТАР!
Афарин, САПТАР!

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакировтың етәкселегендәге "САПТАР" өлгөлө хореография студияһы балалар араһында "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсында гран-ПРИ яулап, йәнә үҙенең юғары кимәлен иҫбатланы!

Билдәле булыуынса, «Саптар» судияһы иң беренсе Баймаҡта асылды, унан Сибайҙа, Өфөлә филиалдары эш башланы. «Байыҡ»та Өфө филиалынан Тимур Ишмуллиндың сығышы көслө алҡыштарға күмелде һәм юғары баһа алды.

 

Башҡорт бейеүен үҫтереүгә, рух күтәреүгә, башҡорт балаларында тарихҡа, мәҙәниәткә, милли асылға ҡарата һөйөү тәрбиәләүсе «Саптар» студияһына афарин һәм рәхмәт!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас