Ура! Тай хужаһы асыҡланды!
Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойошторған «Атайҙар һәм уландар» Беренсе республика патриотик йыр конкурсы еңеүселәре, ниһайәт, билдәле булды!
Ике ай элек иғлан ителгән конкурсҡа ҡан ҡәрҙәшлегендә булған, биш йәштән ҙурыраҡ майайҙарҙан һәм ир-егеттәрҙән (ата һәм ул, ҡартатай һәм ейән, ағайҙар-ҡустылар, олатайҙар) торған ансамблдәр барыһы 104 видеояҙма ебәргәйне. Улар араһынан талапсан жюри 16 финалсыны һайлап алды.
Кисә Өфө ҡалаһындағы «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атайҙар һәм уландар» конкурсының финалы һәм гала-концерты уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙың әҙерлеге юғары кимәлдә ине. Бер сәхнәлә иңгә иң терәшеп, ҡартатай, атай һәм уландарҙың Ватаныбыҙҙы данлап йырлап тороуы үҙе бер илаһи күренеш ине.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров: «Бындай конкурс Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә тәүгә уҙғарылды. Проект Бөйөк Ватан Һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған. Финалсыларҙың репертуарында лайыҡлы, боронғо, онотола барған йырҙарҙы ла бар. Тап шундай йырҙарҙы еңеүсе ата-бабаларыбыҙ тыуған ерҙәрен яҡларға киткәндә йырлаған».
«Шайморатов генерал» йырын үҙенсәлекле итеп башҡарыусы Күгәрсен районынан аталлы-уллы Илшат менән Азамат Илмөхәмәтовтар Гран-при яуланы. Уларға төп бүләк – йылҡы малына сертификат тапшырылды.
Беренсе урын Учалы районынан Айҙар менән Илһам Исламовтарға, икенсе урынға Баймаҡ районынан Заһит менән Басир Сәфәрғәлиндарға, Стәрлебаш районынан Наил, Рәил һәм Рәмил Зариповтарға лайыҡ булды. Өсөнсө урын Мәләүез ҡалаһынан Валерий менән Роман Костиндарға, Салауат ҡалаһынан Рафаэль менән Тимерхан Ғәйнуллиндарға эләкте. Еңеүселәргә диплом, статуэтка, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Иң бәләкәй ҡатнашыусы (5 йәш) Баязит һәм атаһы Дамир Тайыповҡа махсус бүләк – ҡуй малына сертификат бирелде. Башҡа финалистарға диплом, махсус бүләктәр, мәртәбәле приздар бирелде. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына (489 тауыш) Заһит һәм Басир Сәфәрғәлиндар лайыҡ булды.
Был конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, киләсәктә лә «Атайҙар һәм уландар» республика патриотик йыр конкурсы йәнә уҙағарыласаҡ, тип белдерҙе ойоштороусылар.
Гүзәл Бикмәтова.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.