Был конкурс Балалар ижады үҙәге тарафынан 2019 йылдан уҙғарыла. Унда сос, һәләтле, оҫта ҡуллы малайҙар ҡатнаша. Быйыл конкурсанттар өс һынау үтте. Тәүге этап - визитка. Икенсе этап - "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" тип атала, унда оҫталыҡтарын күрһәтәләр. Өсөнсө этап тарихҡа, мәҙәниәткә бәйле. Викторина һорауҙарына яуап бирәләр.
--Быйыл конкурсанттар бик көслө ине. Йырлаусылар ҙа, бейеүселәр ҙә, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр ҙә булды. Үҙҙәре йыр ижад иткән малайҙар ҙа бар. Беҙ Ҡолсора мәктәбенән "Йәншишмә" берекмәһе тәрбиәләнеүсеһе, бишенсе класс уҡыусыһы Нурисламды конкурсҡа алып барҙыҡ. Нурислам бейей ҙә, ҡумыҙ ҙа уйнай. Атаһы ҡул эше оҫтаһы. Атаһы балта һапларға ла, бәке эшләргә лә өйрәткән. Беҙ иһә йыл башынан Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен өйрәттек. Өмөтөбөҙҙө аҡланы, Гран-при яуланы. Бик ҡыуанып ҡайтты. Нурисламға өмөт ҙур, шәп егет буласаҡ. Нимә әйтер инем: замана шауҡымы тәьҫир итәме, күп балалар туған телдә насар һөйләшә. Шуға беҙгә ошондай конкурстар уҙғарыу, балаларҙы телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә ылыҡтырыу зарур, --ти "Йәншишмә" берекмәһе етәксеһе Рәсимә Халиҡова.
Нурисламды ҡотлайбыҙ! Шәп башҡорт егете булып үҫ!
Һүрәттә : Нурислам етәксеһе Рәсимә Халиҡова менән.