Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Февраль 2025, 16:10

Атайҙар һәм уландар, рәхим итегеҙ!

Башҡортостандың " Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «Атайҙар һәм уландар» республика патриотик йыр конкурсы уҙғара Мәртәбәле сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә уҙғарыла.

Атайҙар һәм уландар, рәхим итегеҙ!
Атайҙар һәм уландар, рәхим итегеҙ!

Башҡортостандың " Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «Атайҙар һәм уландар» республика патриотик йыр конкурсы уҙғара

Мәртәбәле сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә уҙғарыла.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Атайҙар һәм уландар" конкурсының проект авторы Рәмил ТУЙСИН:

– Көнкүрештә генә түгел, ә сәхнәлә лә аталарының көсөн-дәртен тойоп, бергә йыр башҡарыу малайҙарға ҙур рух тәрбиәһе булыр тип ышанам. Атаһына арҡаланып йырлап торған баланың киләсәгенә өмөт ҙур. Сөнки ул ғәзиз кешеһенең йөрәк тибеше, моңо аша илһам ала. 

Башҡортостандың ир-аттарын конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Тәҡдим ителгән вокал әҫәрҙәр боронғо башҡорт халыҡ ижады өлгөһө, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт батырҙары, Тыуған ер, һалдат бурысы, намыҫ, кескәй Ватанға һөйөү темаларына арналыуы мотлаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығы тураһында яҙылған автор әҫәрҙәре лә хуплана.

"Атайҙар һәм уландар" конкурсында тура ҡан ҡәрҙәшлегендә булған 5 йәштән алып ир-ат ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ансамблдәр 2-10 кешенән торорға тейеш. Ике-өс тауыш менән йырлау, бер нисә быуын вәкиле ҡатнашыу мәртәбә өҫтәр. 

Ҡатнашыусылар анкетаһын һәм йыр яҙҙырылған видеояҙмаларҙы 10 мартҡа тиклем электрон почтаға ебәрергә кәрәк.  Финалға сығыусылар 24 апрелдә Өфө ҡалаһының «Атайсал»  мәҙәни үҙәгендә үтәсәк Гала-концертта ҡатнашасаҡ. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле һәм ҡиммәтле бүләктәр, диплом көтә.

Бәйләнеш өсөн:

Электрон почта: guzel_bikmetova@mail.ru

Телефон: +7 937 314-88-08 (Бикмәтова Гүзәл Айҙар ҡыҙы)

Telegram-та чат-төркөм: "Атайҙар һәм уландар" https://t.me/atayzar_ulandar

Конкурстың Положениһы: https://cloud.mail.ru/public/q8kf/NCJgR1rt7

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас