Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ғинуар 2025, 15:50

Атайҙар клубы эшләй башланы

 «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Хәйбулла районының Федоровка ауылында «Таяныс» атайҙар клубы асылды. Клубтың иң тәүге сараһы ысын ирҙәр шөғөлө – балыҡ тотоуға арналды. Атайҙар һәм улдар бергә йыйылып саф һауала рәхәтләнеп балыҡ тотто. Сараға Яңы Ергән, Әбүбәкер, Аҡъяр ауылдарынан, Сибай ҡалаһынан, Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһынан ҡунаҡтар килде. Әммә иң үҙенсәлекле ҡунаҡ Мексиканың Канкуна ҡалаһынан Карлос Кордова булды. Сит ил кешеһе ҡышҡы балыҡ тотоу сараһы бик оҡшата.  

Атайҙар клубы эшләй башланы
Атайҙар клубы эшләй башланы

 

«Таяныс» атайҙар клубы – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыусы, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы берекмә булараҡ эшмәкәрлек алып бара. Ойошма айыҡ ауыл исеме өсөн көрәшкән Федоровка халҡының мәнфәғәтен дә ҡайғырта.

Атайҙар клубы эшләй башланы
Атайҙар клубы эшләй башланы
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас