Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Ғинуар 2025, 21:15

Ауылдаштары уны онотмай

Баймаҡ районының Таулыҡай мәҙәниәт йортонда "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә билдәле мәғариф хеҙмәткәре Әхәт Сәлиховтың "Заманым, кешеләр һәм үҙем тураһында" китабының исем туйы үтте. Абруйлы уҡытыусы, күптәрҙең остазы булған Әхәт Ғәбделварис улының яҡты иҫтәлегенә арналған сарала ауыл халҡы ихлас ҡатнашты.

Ауылдаштары уны онотмай
Ауылдаштары уны онотмай


Сарала Әхәт Сәлиховтың ғаиләһе, туғандары, класташтары, коллегалары, дуҫтары, уҡыусылары йылы хәтирәләре менән бүлеште. Уның кешелекле, ябай, бар яҡтан килгән Кеше булараҡ беләбеҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм тик йылы хәтирәләр һаҡлайбыҙ, тинеләр улар.
Сәхнәлә яңғыраған моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр сараның биҙәге булды.
Шулай уҡ китап һөйөүселәргә Әхәт Сәлиховтың "Заманым,кешеләр һәм үҙем тураһында" китабын һатып алыу мөмкинлеге лә булды. Уны һатыуҙан йыйылған аҡсаны балалары махсус хәрби операциялағы егеттәргә гуманитар ярҙамға тип тапшырҙы.
Кеше үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдыра икән, тимәк, ғүмер бушҡа үтмәгән. Әхәт Ғәбделварис улының да ғүмере яҡты йондоҙ шикелле нурлы, яҡты булды, изге эштәре халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр.

Ауылдаштары уны онотмай
Ауылдаштары уны онотмай
Автор:
Читайте нас