Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Декабрь 2024, 10:30

Кем ул Ватан һаҡсыһы?

Ошо һорауға яуап биреп, видеороликтар әҙерләүсе балалар тәбрикләнде. Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса Чечен Республикаһында булып, унан Украина территорияһында һәләк булған ҡатнашыусының улы, Ниғәмәт мәктәбе уҡыусыһы Мырҙағәлин Саньяр Әҡсән улы еңеүсе тип табылды. 

Кем ул Ватан һаҡсыһы?
Кем ул Ватан һаҡсыһы?

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалында видеороликтар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс положениеһы буйынса ҡатнашыусыларға ҡыҫҡа, йөкмәткеле итеп: «Кем ул Ватанды һаҡлаусы? " тигән һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Баймаҡ районының һәм Баймаҡ ҡалаһының социаль координаторҙары конкурста ҡатнашыу Баймаҡ ҡалаһының 3-сө, Ниғәмәт һәм Муллаҡай ауылдары мәктәбендә уҡыусы 4 баланың эшен ебәрҙе. Конкурста республикабыҙҙың төрлө төбәгенән 300-ҙән ашыу бала ҡатнашты.

Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса Чечен Республикаһында булып, унан Украина территорияһында һәләк булған ҡатнашыусының улы Мырҙағәлин Саньяр Әҡсән улы еңеүсе тип табылды. Саньяр Мырҙағәлин атаһы иҫтәлегенә «Ышан, атай!» шиғырын ятлап ишеттерә. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина еңеүсегә диплом, тауыш ярҙамсыһы менән аҡыллы колонка һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына яңы йыл иртәлегенә саҡырыу билеты тапшырҙы.

Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусылары Айһылыу Заманова, Камила Мәжитова, Муллаҡай мәктәбе уҡыусыһы Ғәзим Вәхитов иҫәтлекле бүләктәргә эйә булды.

Конкурста ҡатнашҡан видеояҙмалар БСТ каналында күрһәтеләсәк.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас