АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Февраль , 16:35

СӘХНӘЛӘ - ТӘҢКӘЛЕ ҠЫҘҘАР

Баймаҡ районында "Тәңкәле ҡыҙ" район конкурсының төбәк этаптары бара. Кисә Иҫке Сибай ауылында 10 башҡорт һылыуы сәхнәгә сығып һынау тотто.

СӘХНӘЛӘ - ТӘҢКӘЛЕ ҠЫҘҘАР
СӘХНӘЛӘ - ТӘҢКӘЛЕ ҠЫҘҘАР

ИҪКЕ СИБАЙ АУЫЛЫНАН ХӘБӘР ИТӘЛӘР:

--Кисә Иҫке Сибайҙа тыйнаҡ, дәртле, сая рухлы һәм ижади үҫмер ҡыҙҙар араһындағы "Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Ишмөхәмәт, Байыш, Кәрешкә, Йәнйегет, Урғаҙа, Октябрь, Иҫке Сибай, Төркмән, Әхмәр, Күсей ауылдарынан һәммәһе 10 башҡорт һылыуы ҡатнашты.

📚Береһенән-береһе матур, үткер, дәртле ҡыҙҙар башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте, Таңсулпан Ғарипованың ижады буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте, хатта ҡыҙыҡлы итеп яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Конкурстанттар стилләштерелгән милли биҙәкле, үҙенсәлекле, күҙ яуын алырлыҡ кейемдәрҙә дефиле лә матур итеп сығыш яһаны.

🌺Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ауылыбыҙ һылыуы Розалия Асылғужина 1 урынға лайыҡ булды. 🌺Афарин Розалия!🌺
Еңеүең менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ул ауылыбыҙ исемен 5 март үтәсәк район этабында яҡлаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!

🌺Сараға йәм өҫтәп сығыш яһаусы "Яҙгөл" халыҡ йыр- фольклор ансамбленә, сәнғәт мәктәбе уҡыусылыры һәм уҡытыусыларына, рухлы шиғыр һөйләүсе Нәйлә Моталлаповаға, моңло тауышлы Гөлназ Рахимоваға, дәртле бейеүсе Айлина Уралбаеваға, килгән ҡунаҡтарҙы тәмлекәстәре, йылы былау, сәй менән һыйлаусы "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһына, Зөһрә Ғайнуллинаға, "Яҙгөл" ансамбленә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Автор:Резеда Валиева