АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Ғинуар , 16:30

ЯЙЫҠБАЙ УҠСЫЛАРЫ...

Орел ҡалаһында Рәсәй уҡсылары үҙ-ара ярышта. Башҡортостан командаһы составында Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылынан Ғәфүр Рахманғолов менән Гөлгөнә Ҡолһарина ла бар ине.

ЯЙЫҠБАЙ УҠСЫЛАРЫ...
ЯЙЫҠБАЙ УҠСЫЛАРЫ...

Был хаҡта ГӨЛБИКӘ КЕЙЕКБАЕВА хәбәр итә:

Белеүегеҙсә, Орел ҡалаһында Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһы составында Үрге Яйыҡбай ауылынан Ғәфүр Рахманғолов менән Гөлгөнә Ҡолһарина Рәсәй кубогында сығыш яһанылар.
Ярышҡа Рәсәйҙең иң көслө уҡсылары төбәктәренән: Саха-Якутия, Бурятия, Забайкалье, Кемерово, Силәбе, Свердловск, Мәскәү, Белгород, Рязань, Түбәнге Новгород, Севостополь, Тверь, Владимир, Санкт-Петербург, Курск, Дағстан, Ҡалмығстан, Ингуш республикаһы, Тыва өлкәһенән, шулай уҡ Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан иленән бөтәһе 126 мәргән уҡсы көс һынашырға килгән.
Квалификация этабы буйынса Ғәфүр 2 урында, ә Гөлгөнә 14 урында булды.
Финал этаптарында Гөлгөнә Ҡолһарина 1/16 финалда Тыва республиканан Миранда Кара-Оолды 6:2 иҫәбе менән еңде. 1/8 финалда Саха-Якутиянан бик көслө һәм тәжрибәле Нургустана Сидорованан 6:2 иҫәбе менән атышып миҙалдар өсөн көрәште ҡулдан асҡындырҙы.

Ғәфүр Рахманғолов 1/16 финалда Ҡаҙағстан уҡсыһы Улан Чойтонбаевты 6:0 иҫәбе менән,
1/8 финалда Саха-Якутиянан Кондаковты Сергейҙы 6:2 иҫәбе менән,
1/4 финалда Байкал аръяғы крайынан Владимир Жаргаловты 7:3 иҫәбе менән еңеп ярым финалға барып етте.
Ярым финалда инде күрше Силәбе өлкәһе уҡсыһы башҡорт егете Рөстәм Байсурин осрашты. Бик көсөргәнешле атышта 6:4 иҫәбе менән Рөстәм көслөрәк булып сыҡты.
Бронза миҙалы өсөн атышты түбәндә беркетелгән видео аша ҡарай алаһығыҙ. 02 сәғәттә 09 минутта башлана.

Шулай итеп Рәсәй кубогында Үрге Яйыҡбай уҡсылары Ғәфүр Рахманғолов 4-се урын, ә Гөлгөнә Ҡолһарина 9-сы урынды яуланы.
Уларға артабан Рәсәй чемпионатында уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева