Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Октябрь 2023, 21:30

АТАЙЛЫ БАЛА - АРҠАЛЫ БАЛА

Сибай ҡыҙы Самира Байназарова атаһы Фәрит Мөрит улы менән ныҡ ғорурлана. Атайҙар булғас, ана шундай ғорурланырлыҡ булһын шул...

АТАЙЛЫ БАЛА - АРҠАЛЫ БАЛА
АТАЙЛЫ БАЛА - АРҠАЛЫ БАЛА

Мин Самира Байназарова. Һөйөклө һәм ҡәҙәрле атайым хаҡында яҙырға булдым. Минең атайым, Байназаров Фәрит Мөрит улы, Баймаҡ районы Түбә аулында башҡорт ғаиләһендә тыуған. Беҙ хәзер Сибай ҡалаһында йәшәйбеҙ. Беҙҙең ғаиләбеҙ 4 кешенен тора: атайым, әсәйем, апайым Динә һәм мин Самира. Мин үҙемде бәхетлә һанайым. Мин мөхәббәтле, тыныс, эшсән ғаиләлә тәрбиәләнәм. Бының менән атайыма, әсәйемә оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай ҙа беҙҙең ғаиләбеҙҙең төп фигураһы,төп геройы- ул минең Атайым. Беҙ атайыбыҙҙы бөтә ғаиләбеҙ менән ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ. Атайыбыҙ беҙгә бөтөн йәһәттән өлгө. Ул үҙе лә тырыш, намыҫлы, эшсән ғаиләлә тәрбиәләнгән. Нәҡ уларҙан атайым эшсәнлек һәм тормошта юғарылыҡҡа ынтылышты мираҫ итеп ала. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул бөтөн йүнәлештә бик оҫта. "Аталы бала – арҡалы бала", – тип әйткән боронғолар. "Атаһы барҙың - бәхете бар", ти халыҡ. Ысынлап та, ул шулай. Беҙҙең бәхеткә, айыҡ аҡыллы атайыбыҙ үҙенә ғүмерлек йәр итеп сабыр холҡло, изге күңелле әсәйебеҙҙе һайлаған. Атайыбыҙ менән беҙ бөтә беҙҙә бәхетле, ҡараулы, ҡурсалау, һаҡлау аҫтындабыҙ. Беҙ уның ныҡлы арҡаһын, рухи терәген тойоп тормош юлынан ышаныслы атлайбыҙ. Хәҙерге ваҡытта "Башҡорт баҡыры" йәмғиәтендә электромеханик. Был эш күп көс һәм ваҡыт талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ бөтәбеҙ ҙә атайыбыҙҙың иғтибар үҙәгендә. Ул күп ваҡытын беҙҙең менән үткәрә. Банан тыш, атайым үҙе белгән бөтә нәмәне беҙгә өйрәтергә тырыша. Минең атайымдың төп һыҙаттарының береһе - уның проблемаларҙы хәл итеү һәләте. Мин уның ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуын һәм башҡаларға үҙ проблемаларын хәл итергә ярҙам итеүен күп тапҡырҙар күрҙем. Атайым кешеләргә ярҙам итеүҙе һәм йәмғиәт өсөн файҙалы нәмәләр эшләүҙе ярата. Йомғаҡлап әйткәндә, минең атайым күп йәһәттән өлгө алырлыҡ кеше. Ул беҙгә нисек эшләргә, яҡындарыбыҙ хаҡында ҡайғыртырға, иғтибарлы һәм башҡаларға ярҙам итергә икәнен күрһәтә. Минең атайым булыуы менән ғорурланам һәм уның кеүек яҡшы кеше булырға тырышырмын.

 

Самира Байназарова.
Сибай ҡалаһы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: