-4 °С
Болотло
Минең атайым - Солтанов Артур Ирек улы. Ул Сибай ҡалаһында йәшәй. "Новатэк" заправкаһында эшләй һәм ваҡыты булғанда таксиҙа йөрөй. Атайым бер минутын да бушҡа үткәрмәй, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ, ул бик оҫта. Ул беҙҙе ныҡ ярата.
Минең атайыма шиғырым да бар:
АТАЙ КЕҮЕК БУЛАМ МИН!
Мәрәкә күреп
Һорайҙар минән.
Баш ҡатыралар
Шул һорау менән:
- Үҫкәс, кем булаң?
Яуаплай алам.
— Мин атай кеүек
Шәп кеше булам!
Улы Солтанов Вилдан.