АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Октябрь 2023, 11:50

МИНЕҢ АТАЙЫМ

Беҙҙең атайыбыҙ- Бөркөтбаев Тимур Фирғәт улы. Ул Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Баймаҡ ҡалаһының ҡойоу-механика заводында токарь булып эшләй.Атаһы барҙың - бәхете бар, тип әйткән боронғолар. Ысынлап та, тап шулай. Беҙҙең бәхеткә, үҙенә ғүмерлек йәр итеп аңлы, сабыр холоҡло, айыҡ аҡыллы атай һайлаған әсәйебеҙ. Эйе, атайыбыҙ менән беҙҙә бәхетле, ҡараулы, һаҡлау аҫтында. Беҙ уның ныҡлы арҡаһын, рухи терәген тойоп тормош юлынан ышаныслы атлайбыҙ. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ, ул бик оҫта. Ул өс балаға атай. "Аталы бала – арҡалы бала", – тиҙәр халыҡта. Беҙҙең дә арҡаланып, иркәләнеп үҫер атайыбыҙ-ғорурлығыбыҙ булғанға беҙ бәхетле. Һау, оҙон ғүмерле бул яҡыныбыҙ!????Радмир, Йәсминә, Артур Бөркөтбаевтар.

МИНЕҢ АТАЙЫМ
МИНЕҢ АТАЙЫМ

"Атайым менән" фотоконкурсының сираттағы конкурсантына уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева