АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Апрель 2023, 10:05

ЯҢҒЫРАНЫ ИРӘНДЕК МОҢДАРЫ

Сибайҙы "Ирәндек моңдары" сорнаны... Иң йәш ҡатнашыусы Айлина Сәғәҙәтоваға ни бары 3 йәш...

ЯҢҒЫРАНЫ ИРӘНДЕК МОҢДАРЫ
ЯҢҒЫРАНЫ ИРӘНДЕК МОҢДАРЫ
Ниһайәт, Сибай ҡалаһында ике көн барған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Быйыл ул XVI тапҡыр үткәрелде.

Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡала округы хакимиәте.

Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, юғары һөнәри кимәлгә эйә яңы таланттар асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү. Йылдан-йыл конкурс киңәйә бара, уның йөкмәткеһе тәрәнәйә, абруйы арта.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы. Баһалама ағзалары араһында ҡасандыр ошо конкурста ҡатнашып, бөгөн йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаровтарҙың булыуы бигерәк тә мәртәбәле.

Ижади бәйге дүрт йәш төркөмөндә уҙғарылды: 7 - 10 йәшлектәр, 11-ҙән 16 йәшкә тиклемгеләр, 16 - 45 йәшлектәр — һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр — профессиональ башҡарыусылар. 16 - 45 йәшлек йырсылар төрлө номинацияларҙа (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) ҡатнашты.

11-16 йәшкә тиклемгеләр араһында гран-при Учалынан Аиша Йыһаншинаға тапшырылды. Конкурста иң йәш ҡатнашыусы булып Сибай ҡалаһынан өс йәшлек Айлина Сәғәҙәтова сығыш яһаны. Уға эшҡыуар һәм меценат Илсур Нәбиуллин "тимер ат" тапшырҙы. Үҙешмәкәр һәм профессиональ йырсылар араһында еңеүселәрҙең исемдәре әлегә әйтелмәне. Еңеүселәр тиҙҙән Сибай ҡалаһында үтәсәк "Урал аръяғы-23" инвестиция һабантуйында билдәле буласаҡ.

"Ирәндек моңдары" конкурсы тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең алдағы һандарында таныштырырбыҙ.

 
КӘРИМӘ УСМАНОВА
Автор: