Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Декабрь 2022, 14:30

Дуҫлыҡ еңде

Хәйбулла районының Атингән ауылында “Спорт-сәләмәтлек сығанағы” сараһы үтте. “Айыҡ ауыл” район конкурсы сиктәрендә ойошторолған сара башында фельдшер Гүзәл Арсланова насар ғәҙәттәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо тураһында һөйләне, һәр кемде сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәне. Артабан сараға килгән ҡунаҡтар – Йәнтеш ауылының “Бөркөт” командаһы менән атингәндәр командаһы ярыш ойошторҙо. Сәмле ярыштарҙа ике команда ла ал бирмәҫкә тырышты. Шулай итеп дуҫлыҡ еңде.  

Дуҫлыҡ еңде
Дуҫлыҡ еңде

Саранан һәр кем көс-дәрт, сәм алып таралышты.

Дуҫлыҡ еңде
Дуҫлыҡ еңде
Дуҫлыҡ еңде
Автор:Гульдар Кадаева