Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Ноябрь 2022, 18:25

Килен төшә беҙҙең ауылға

Хәйбулла районының Первомайский ауылында иң уңған килен билдәләндеТөбәктә "Айыҡ ауыл 2022" конкурсы сиктәрендә төрлө саралар үтә. Первомайский ауылында ауылдаштар килен төшөрөү йолаһын сәхнәләштерҙе.Башҡорттарҙа, башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, туй йолалары төп урынды алып торған. Ғаилә ҡороуға етди мөнәсәбәт башҡорт халҡының әйтем-мәҡәлдәрендә лә сағыла: "Ҡоштоң да ояһы бар", "Ире юҡтың өйө юҡ, өйө юҡтың иле юҡ" һәм башҡалар.Башҡорт туйы – үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәттәргә бай йола. Улар араһында "Килен төшөрөү" – иң сағыуы, хис-тойғолоһо һәм киң йөкмәткелеһе.

Килен төшә беҙҙең ауылға
Килен төшә беҙҙең ауылға

 Киленде кейәү йортона төшөрөү йолаһы бөтә туй тантаналарынан һуң атҡарыла. Кейәүҙең туғандары өсөн ул айырыуса көтөп алынған ваҡиға, сөнки күптәре йәш киленде ошоғаса күрмәгән. Первомайский ауылы халҡы еренә еткереп ошо мәртәбәле йоланы күрһәтә алыуға өлгәште. Сара барышында шулай уҡ ауылдың килендәре үҙ - ара көс һынашып,иң уңған килен исеменә дәғүә итте.
Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау - беҙҙең изге бурыс. Был йәһәттән Первомайский ауылы халҡына афарин тиергә генә ҡала!

Автор:Гульдар Кадаева