АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Август 2022, 11:15

ИҢ ЯҠШЫ ИРЕТЕП-ЙӘБЕШТЕРЕҮСЕ КЕМ?

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында иң яҡшы иретеп-йәбештереүсене билдәләнеләр.

ИҢ ЯҠШЫ ИРЕТЕП-ЙӘБЕШТЕРЕҮСЕ КЕМ?
ИҢ ЯҠШЫ ИРЕТЕП-ЙӘБЕШТЕРЕҮСЕ КЕМ?

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында иң яҡшы иретеп-йәбештереүсене билдәләнеләр. Һөнәри оҫталыҡ конкурсы комбинаттың ремонт-механика цехында үтте. Комбинаттың һәр төрлө структура бүлегенән 8 эшсе үҙ белемен һәм оҫталығын тикшерҙе.

Конкурс ике этаптан торҙо. Теория этабында 10 минут эсендә 20 һорауға яуап бирҙеләр, ә ғәмәли этапта диаметры 159 мм булған торбаны йәбештерҙеләр. Йыйылған мәрәйҙәр буйынса еңеүсе билдәләнде. Шулай итеп, 2022 йылда комбинаттың иң яҡшы иретеп-йәбештереүсеһе булып Айгиз Исҡужин билдәләнде, ул Октябрь ер аҫты руднигында эшләй. Икенсе урын байыҡтырыусылар фабрикаһынан Радмир Бағишаевҡа эләкте. Өсөнсө урынға автотранспорт цехынан Фәсхетдин Әбүбәкиров сыҡты.

Бындай конкурстар эшсе һөнәрҙәренең престижын арттырыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға, иретеп-йәбештереү технологияһын өйрәнергә булышлыҡ итә.

 

 

Автор:Резеда Валиева