АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Июль 2022, 13:05

Баймаҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре ярышты

Унда сибайҙар ҙа әүҙем ҡатнашты. Күрше ҡалала уҙған “Һөнәре буйынса иң яҡшы” конкурсында Урал аръяғының 7 районынан командалар йыйылды.

Баймаҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре ярышты
Баймаҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре ярышты

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре 7 номинацияла -- слесарь-сантехник, ҡаҙанлыҡ операторы, электрик, иретеп йәбештереүсе, урам һепереүсе, тракторист, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса оҫталар айырым-айырым көс һынашты. Сибай ҡалаһы эшселәре бындай сарала йылда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Ярыштар ике этаптан - теория һәм практиканан торҙо. Сибай командаһынан беренсе урындарҙы биләмәләрҙе таҙартыусы Айбулат Хисаметдинов, тракторист Сергей Чуднов яуланы. Электрик Евгений Ежов, электр-газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе Марат Шәнгәрәйев призлы урынға өлгәште. Төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса оҫта Татьяна Крехова ярышта беренсе тапҡыр ҡатнашһа ла юғалып ҡалманы икенсе урынға иреште.

Дөйөм алғанда ярышта сибайҙар өсөнсө урынды баймаҡтар менән бүлеште. Беренселеккә белореттар сыҡһа, икенсе урынды учалылар яуланы. Еңеүселәр 19 августа Өфөлә үтәсәк конкурстың республика этабында сығыш яһаясаҡ.

 

 

Баймаҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре ярышты
Баймаҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре ярышты
Автор:Гульдар Кадаева