АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Июнь 2022, 15:39

Өнһөҙ өндәшеү

       Әгәр быйыл да Сәләх ауылы ярышта еңә алмай тороп ҡалһа был улар өсөн бик тә үкенесле күренеш буласаҡ, хатта әйтер инем, хаҡиҡәткә тап килмәгән күрен-еш. Ошонан аҙаҡ ауылдарын ялтыратып тотҡан, эшсән, тырыш, айыҡ яҡташтарымдың күҙенә ҡайһылайтып, нисегерәк итеп ҡарарға? Мин генә түгел: “Улым быйыл мотлаҡ еңәсәкбеҙ!” тип ышандырған ата-әсә балаһының күҙенә нисек итеп ҡарар, нимә тип аҡланыр? Ә сәләхтәргә һуң, тулыһы менән лайыҡ була тороп та ауылды ҡурсаҡ рәүешенә килтерҙек, сәләмәт тормош көтәбеҙ, тип аҡланырғамы?! Улар аҡланырға түгел, күптән маҡталырға лайыҡ!  

       Бөрйән районы “Таң” гәзите журналистары Таңһылыу Баһауетдинова менән Айһылыу Ғарифуллинаның “Айыҡ ауыл” яҙмышын “бармаҡ законы” хәл итерме?” исеме аҫтын-да сыҡҡан йәмәғәтселеккә асыҡ мөрәжәғәтте уҡығас үҙемдең дә айырым фекеремде яҙып үтергә булдым. Тулыһы менән килешәм, бик тә дөрөҫ яҙған коллегаларым, мәсьәләне бар тулылығында асҡандар.

         Бына кисәге көн “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн интернет тауыш биреү тамамланды. Ошо ерҙә саҡ ҡына ситләшеп БДИ (берҙәм дәүләт имти-ханы) хаҡында ла яҙып үтмәксемен. Ошо юл менән бына нисә йыл инде баланың белемен тикшереп аҙапланалар. Дөрөҫмө ул?! Тамырынан дөрөҫ түгел! Бөтәһе хаҡында ла тәфсирләп яҙмай шуны ғына әйтәм, имтихан тапшырыу уҡыусы өсөн хәҙер ниндәйҙер өҫтәмә һынау, хатта әйтер инем, ҡурҡытыу-өркөтөү сараһына әүерелеп китте, ә элек беҙ беренсе имтиханыбыҙға сәскәләр тотоп, байрамға барғандай бара инек, күптәрҙең хәтерендәлер?

       Хәҙер мәктәпкә металл тикшергес аша үткәреп тентеп тиерлек индерәләр, уҡыусының һәр аҙымы күҙәтеү аҫтында, иң аҙаҡтан урлашманымы был, тигән ҡи-әфәттә шикле ҡарап оҙатып тороп ҡалалар. Йәнә плюс, минустар ҡуйыу юлы менән генә баланың белем кимәлен билдәләү дөрөҫ булмаған эш, бында хатта алдынғы уҡыусы ла тулҡынланып, хаталар ебәреп насар билдәләр йыйыуы ихтимал.

      Хәҙер “Айыҡ ауыл” конкурсына күсәйек. Яҙғайным инде, бына ошо ярышта бына ике йыл рәттән Йылайыр районы Сәләх ауылы ҡатнаша. Быйыл тағы ла сәм-ләнеңкерәп тотонғандар, үткән йыл эшләп еткермәгән ерҙәрҙе быйыл төҙәткәндәр, төҙәтеп кенә ҡалмағандар матур, күрмәлекле иткәндәр. Бөйөк Еңеүҙең алдынан урам буйлап үткәндә шуға иғтибар иттем - һәр өйҙөң ҡапҡаһына тиерлек “был өйҙә һуғыш ветераны йәшәне” тигән баннерҙар эленгән, ә йәштәрҙең торлаҡтары, хуж-алыҡтары һәммәһе лә “өлгөлө йорт” кимәленә еткән.  Ошо ябай ғына миҫалдар ҙа күп нимә хаҡында һөйләй түгелме?!

      Балалар баҡсаһына барғанда яныма баҫҡан малайҙан һорай ҡуйҙым: “Ошо ярышта еңерһегеҙме икән?” “Һис шикһеҙ еңәбеҙ, тине атайым-әсәйем, мин да быға ышанам!” -булды яуап.  Эйе, еңеүсе исемен яуларға күптән лайыҡ сәләхтәр. Бар йәһәттән дә!

       Инде килеп интернет тауыш биреүҙең, “өнһөҙ тауыш биреү”ҙең һөҙөмтәһенә күҙ һалайыҡ, Сәләхтәр бында бары бишенсе урында килә? Сәбәп ниҙә, ағай-эне? Сәбәптәре бик тә ябай. Бөгөнгө көндә Йылайыр районында 14  мең халыҡ йәшәй. Уларҙы башҡа күп халыҡ йәшәгән райондар менән сағыштырып, бер кимәлгә ҡуйып бил һынаштырып буламы? Юҡ, әлбиттә. Йәнә, бер тапҡыр ғына тауыш биреп ҡуйылһа ни хәл дә бит, көн һайын тауыш бирергә кәрәк. Ошо арҡала халҡы күп йәшә-гән райондар бәләкәйҙәрҙе әллә күпмегә ҡалдырып уҙып китте. Ә Йылайыр районының яртыһы тейерлек ошо саранан мәхрүм, сөнки унда элемтә насар, йә бөтөнләй юҡ. Бында мин элемтә юҡлыҡта район етәкселәрен ғәйепләргә һис тә йыйынмайым, ни тиһәң дә районыбыҙ таулы-ташлы, ҡуйы урмандар менән ҡапланған, ялан ере менән сағыштырып булмай. Был бер. Икенсенән төймә телефонлы өлкән йәштәгеләр тауыш биреүҙең кәрәклеген беләләр микән? Белгән хәлдә лә бер ни ҡыра алм-аҫтар ине. Ошо ерҙә төймә телефонға һылтанып ҡалырға йыйынмайым, бары бөтә ҡатнашыусылар ҙа тигеҙ, ғәҙел тауыш бирә алмайҙар, тип кенә әйтмәксемен. Ула-йға уҡ китһә “Айыҡ ауыл”дың асылын, эстәлеген, тәғәйенләнешен йәштәргә ҡарағанда өлкән быуын яҡшыраҡ белә.

     БДИ дәүләт имтиханы тапшырған һымаҡ шул уҡ тырманың башына ҡабаттан баҫабыҙ. Әгәр быйыл да Сәләх ауылы ярышта еңә алмай тороп ҡалһа был улар өсөн бик тә үкенесле күренеш буласаҡ, хатта әйтер инем, хаҡиҡәткә тап килмәгән күренеш. Ошонан аҙаҡ ауылдарын ялтыратып тотҡан, эшсән, тырыш, айыҡ яҡташтар-ымдың күҙенә ҡайһылайтып, нисегерәк итеп ҡарарға? Мин генә түгел: “Улым быйыл мотлаҡ еңәсәкбеҙ!” тип ышандырған ата-әсә балаһының күҙенә нисек итеп ҡа-рар, нимә тип аҡланыр? Ә сәләхтәргә һуң, тулыһы менән лайыҡ була тороп та ауылды ҡурсаҡ рәүешенә килтерҙек, сәләмәт тормош көтәбеҙ, тип аҡланырғамы?! Улар аҡланырға түгел, күптән маҡталырға лайыҡ!  

Автор:Хайдар Тапаков