Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Март 2022, 11:40

Мәңгелек йорт тәртиптә тотолһон өсөн

2014 йылдан алып республикала уңышлы тормошҡа ашырылған "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенең Шүлкә ауылы ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Халыҡ менән ойошторолған йыйылышта бер нисә проект ҡаралды һәм шулар араһынан ауыл зыяратын кәртәләп алыу мәсьәләһе иң мөһиме тип билдәләнде.

Мәңгелек йорт тәртиптә тотолһон өсөн
Мәңгелек йорт тәртиптә тотолһон өсөн

Ҡуйыласаҡ тимер ҡоймалар оҙаҡ йылдарға ла етәсәк. Был бик кәрәкле һәмсауаплы эш, сөнки мәңгелек йортобоҙ төҙөк булырға тейеш. Әйткәндәй , был тәңгәлдә өмәләр даими үткәрелә, зыярат тәртиптә тотола . Төҙөлөш материалдары алыу менән ауылдаштар изге эшкә ең һыҙғанып тотонор һәм уны тиҙ арала атҡарып ҡуйыр , тип өмөт итәбеҙ.

Ғаяз Кәйекбирҙин.

Шүлкә ауылы старостаһы.

Автор:Гульдар Кадаева