АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Март 2022, 19:35

Юлһыҙ булмай

Сибай ҡалаһының Сармат ҡасабаһында йәшәүселәр йыл да урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, урам юлдарына асфальт түшәтә. Быйыл да улар тәүге йыйылышта уҡ ошо йүнәлеште өҫтөнлөклө тип атаны.

Юлһыҙ булмай
Юлһыҙ булмай

“Сибай” шифахана-профилакторийында үткән дөйөм йыйылышта ҡасабаның Хеҙмәт урамының 1-се -15-се йортонда йәшәүселәр программа сиктәрендә юлдарын төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Көн тәртибендә алты мәсьәлә ҡаралды: урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттары конкурсы менән таныштырыу, унда ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итеү, өҫтөнлөклө йүнәлеште, халыҡтан йыйыласаҡ аҡсаның күләмен билдәләү, инициатив төркөм төҙөү, аҡса артып ҡалһа, ҡайһы юҫыҡта тототоу.

Һөҙөмтәлә Сармат ҡасабаһының Хеҙмәт урамының 1-се йортонан алып 15-се йортона ҡәҙәр юл арауығы япмаһына капиталь реомнт уҙғарыу иң мөһиме тип табылды.

--Ҡасабала йәшәүселәрҙе әүҙем булырға саҡырам. Алда беҙҙе ныҡышмал эш көтә. Дөйөм көс, ойошмалар, бағыусылар, ҡала хакимиәте, республика етәкселеге ярҙамында башлаған эшебеҙҙе аҙағына еткерербеҙ тип ышанам,--тине Сармат ҡасабаһының территориаль йәмәғәт биләмәһе рәйесе Гөлнур Диярова.

Юлһыҙ булмай
Юлһыҙ булмай
Автор:Гульдар Кадаева