АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Ғинуар 2022, 12:05

Иң яҡшы булыуыңды иҫбатла

Йыр-бейеүгә маһир, тамашасылар менән күңелле эш итеүсе, оҫта фокус күрһәтеүселәрҙе, башҡа һәләттәре булыусыларҙы“Иң яҡшыһы” конкурсында ҡатнашырға саҡырылар. Ярышты ҡаланың “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе ойоштора.

Иң яҡшы булыуыңды иҫбатла
Иң яҡшы булыуыңды иҫбатла

Ҡалабыҙҙа “Иң яҡшыһы”конкурсы тәүге тапҡыр ғына ойошторолмай. Был сарала күптәр бик теләп ҡатнаша. Быйыл да төрлө йәштәге кешеләр хореография; вокал; нәфис һүҙ; рэп –башҡарыу; цирк тамашаһы, Stand-up comedy, шулай уҡ брейк- данста оҫталығын күрһәтә ала. Ошо атап үткән һәр номиницияла еңеүселәр билдәләнә, ярышта ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә иҫтәлекле приздар, миҙалдар менән бүләкләнәсәк.

--Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән 12 ғариза ҡабул иттек. Был сараның маҡсаты һәләтле, әүҙем, креатив йәштәрҙе, өлкәндәрҙе асыҡлау. Ҡалабыҙҙа талантлы кешеләр бик күп. Әммә улар һәләттәрен күрһәтергә ашҡынып бармай. Кемдер оҫта итеп бейей, заманса бейеүҙәр башҡара, тауышы үҙенсәлекле йырсылар бар. Музыка ҡоралдарында матур итеп уйнай белгәндәр, кубик-рубиканы тиҙ йыйғандар, шундай ҡыҙыҡлы шөғөлдәре булған һәр кем беҙгә мөрәжәғәт итһен. Ҡабатлап әйтәм, был конкурс йәштәр өсөн генә түгел, унда теләгән кеше үҙ талантын күрһәтеп, үҙенең иң яҡшыһы булыуын иҫбатлай ала, -- “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе методисы Динә Мәһәҙиева.

Конкурста ҡатнашыу өсөн һәләтеңде сағылдырған видеоролик төшөрөргә һәм Бәйләнештә социаль селтәренең “Тиҫтер” клубы төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Иҫкәрмә: сығыштарҙа хәүефһеҙлек техникаһын боҙған элементтар булырға тейеш түгел. Шулай уҡ конкурста ҡатнашырға теләүселәр ғаризаға ҡушып фото һәм характеристика ебәрергә тейеш. Сараның һайлап алыу туры 23 ғинуарға ҡәҙәр онлайн рәүештә дауам итә.

Автор:Гульдар Кадаева