АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Ғинуар 2022, 19:10

БОҘ ӨҪТӨНДӘ БАЛЫҠСЫ

Вәзәмдәр күмәкләшеп балыҡ тотто...

БОҘ ӨҪТӨНДӘ БАЛЫҠСЫ
БОҘ ӨҪТӨНДӘ БАЛЫҠСЫ

--Бөгөн Хәйбулла районы Вәзәм ауылында боҙ өҫтөндә "Ҡышҡы балыҡсылар" ярышы уҙҙы. Ир-егеттәр бур менән боҙ тишеү буйынса ваҡытҡа ярышты, улар уйған мәкегә балыҡсылар балыҡ ҡармаҡларға ултырҙы. Һаҡмарҙы иңләп уңайлы, тыныс урындарға урынлашты улар. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар самауыр алып килеп, күпер аҫтында тәмле табын йәйеп, килгән һәр береһен эҫе сәй, ҡоймаҡ, бәлештәре менән һыйлап торҙо.
Ниһайәт, арыуыҡ балыҡтар тотолғас, Риф Сурин алып килгән тояҡлы ҡаҙанда Ғәни ағай Сурин тәмле итеп балыҡ һурпаһы "Уха" бешереп барыһын да һыйланы. Аш та, сәй ҙә тәбиғәт ҡосағында бик тәмле булды.
Беренсе урынды Байгилдин Илфир, икенсене Теләүғолов Фәнзил, өсөнсө урынды Илнар Ишемғолов, Рушан Байгилдин, Мансур Сурин, Фуат Сурин, Дим Кускилдин яуланы.
Шулай уҡ бур менән тишеүҙә Сурин Мөхтәр, Сурин Харрас, Байгилдин Рушан, Аралбаев Фидан, Мусин Хәниф, Кускилдин Динис, Багилдин Айбулат, Сурин Ғаян үҙҙәрен оҫта итеп танытты. Барыһын да еңеүҙәре менән ҡотлап Әбеш ауыл биләмәһе етәксеһе Юнысов Таһир Мөглитдин улы бүләктәр тапшырҙы.
Байрам "Күпер аҫты күләгә" йырлы уйыны менән тамамланды! Афариндар, Вәзәмдәр! Бик матур байрам булды, бергә булайыҡ, сәләмәт һәм айыҡ тормошта йәшәйек!--тип яҙалар ауылдың социаль селтәрендә.

Автор:Резеда Валиева