Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2022, 16:05

УЙНА, ГАРМУН!

Хәйбулла районы Вәзәм ауылы клубында кисә "Уйна, гармун!" исемле байрам үтте.

УЙНА, ГАРМУН!
УЙНА, ГАРМУН!

Хәйбулла районы Вәзәм ауылы клубында кисә "Уйна, гармун!" исемле байрам үтте.

--Байрамға ауыл биләмәһе гармунсылары сакырылды. Бөтәһе ун гармунсы оҫталыҡтарын күрһәтеп, дәрт өләшеп, йәшлек йылдарын иҫләтеп йырлатып, бейетеп, таҡмаҡ әйттереп күңел астырҙы. Кем уҙарҙан уйнаусы оҫталар һоҡландырҙы, тик кенә ултырып та түҙерлек түгел ине. Гармун тауышын ишетеп үҫкәндәр өсөн дә ҙур ҡыуаныслы байрам, йәштәргә фәһемле сара булды.
Сик ауылынан Аралбаев Усман, Аҡбулатов Сәфәр, Бүренән Сәйфуллин Рәис, Әбештән Әделмәнов Факил, Ибраһимов Руслан, Юнысов Таһир, Вәзәмдән Сурин Рәүеф, Кәримов Рәшит, Теләүғолов Фәйзулла, Сурин Риф байрамдың төп биҙәге, күңелгә моң өләшеүсе гармунсыларыбыҙ булды.
Байрам "Мәрйен" вокал коллективы сығышының "Ауыл кисе" йыры менән башланды, улар артынса гармунда уйнап теҙелешеп ҡунаҡ егеттәребеҙ сыҡты, зал уларҙы алҡышҡа күмеп ҡаршыланы.
Һәр гармунсы менән танышып, уларҙың гармун телдәрен баҫырға өйрәнгән тәүге мәлдәрен, яратҡан көйҙәрен дә тыңлап алдыҡ. Оҫта итеп үҙҙәре генә лә, хатта үҙ парҙары менән йырлап, тамашасыларҙы ла йырлатты улар, матур көйҙәргә бейеттеләр, уйындар ҙа уйнап алдыҡ, хатта тиҙ генә инструменталь ансамбль дә эшләп матур көйҙәр ишеттерергә өлгәштек,  моңло көйҙәр аҫтында күнелле ял иттек. Ағинәйҙәр коллективы йырлы-бейеү менән ял иттергәндән һуң, ауыл хакимиәте башлығы тарафынан гармунсыларга төрлө номинациялар менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Барыһына ла байрам оҡшаны. Байрам бүләк иткән оҫта гармунсыларға, ойоштороуҙа ярҙам иткән ауыл клубтары ойоштороусыларына, сығыштары һәм тәмле табын әҙерләгән Вәзәм Ағинәйҙәр һәм Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына, бүләктәр өсөн ауыл биләмәһе башлығы Юнысов Таһир Мөғлитдин улына, ҡатнашып дәрт биргән тамашасыларға, гармундар биреп торған Йәнтеш мәҙәниәт йорто етәксеһе Ултраҡова Лена Фуат ҡыҙына ҙур рәхмәт! Гармун тауышы тынмаһын, артабан да киләһе быуынға өйрәтеп гармунды йәшәтәйек,--тип хәбәр итәләр Хәйбулла районынан.

Автор:Резеда Валиева