АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2022, 09:20

Программа халыҡты берләштерә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тормошҡа ашырған урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы нигеҙендә халыҡтың кооперацияға берләшеүен, гражданлыҡ үҙаңын һәм әүҙемлеген тергеҙеү ята. Урында йәшәүселәр күршеләре менән кәңәшләшеп сығымдарҙы ҡулланыуҙың кәрәкле нөктәләрен табырға, хакимиәт менән диалог ҡороуҙы яйларға, проектты әҙерләргә һәм уны ғәмәлгә ашырыу өсөн иғәнә йыйырға тейеш. Проект барышында бер тирәлә йәшәүселәр берләшә, бер-береһе менән яҡындан таныша, аралаша.

Программа халыҡты берләштерә
Программа халыҡты берләштерә

Быйыл еңеүгә өмөт итәләр

Сибай ҡалаһының Талҡаҫ урамының 1–21-се йортонда йәшәүселәр урамдарындағы юлды ремонтлау өсөн урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында бер нисә йыл ҡатнаша. Былтыр уларҙың башланғысы конкурста еңеүселәр рәтенә эләкмәй. Шулайҙа урам халҡы төшөнкөлөккә бирелмәй һәм быйыл да ошо уҡ проект өҫтөндә ентекле эшләй.

--2022 йылда Талҡаҫ урамының 1-21-се йорттары алдындағы юлға асфальт юл һалдырыу теләге тағы ла көслө. Яҡшы юл кәрәк, 2017 йылда урында йәшәүселәр көсө менән һалдырылған ҡырсынташ юл бөтөнләй сафтан сыҡты,--ти Зөлфирә Рамаҙанова.--Насар юлдан балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөгән балалар өлкәндәрҙең инициативаһын хуплап “Балалар юл хаҡында хыяллана” һүрәттәр конкурсы ойошторҙо.

Өлкәндәр иһә декабрь башында Сибай ҡалаһы хакимиәтендә үткән йомғаҡлау йыйылышында былтырғы хаталарҙы ҡабатламай, проектты урын еренә еткереп ҡуйыу бурысын ҡуйҙы. Йыйылыш рәйесе—ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Марс Мусин программаның төп положениеһынан ситкә тайпылмаҫҡа саҡырҙы.

Дөйөм йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан Талҡаҫ урамына асфальт йәйеү проектын хупланы.

Программа халыҡты берләштерә
Программа халыҡты берләштерә
Автор:Гульдар Кадаева