АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2022, 08:50

ПРЕМИЯ КӘРӘКҺӘ, КОНКУРСТА ҠАТНАШ!

“Атайсал” төбәк гәзите иҡтисад фәндәре докторы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы ойошторған “Тере хәтер” конкурсын иғлан итә.

ПРЕМИЯ КӘРӘКҺӘ, КОНКУРСТА ҠАТНАШ!
ПРЕМИЯ КӘРӘКҺӘ, КОНКУРСТА ҠАТНАШ!

Иғьибар: конкурс

 

Иҡтисад фәндәре докторы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы исемендәге очерктар, мәҡәләләр, һүрәтләмәләр, хәтерләүҙәр конурсының

положениеһы.

“Атайсал” төбәк гәзите иҡдисад фәндәре докторы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы ойошторған “Тере хәтер” конкурсын иғлан итә.

Конкурстың маҡсаты: Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандарын данлау, уларҙың яу батырлыҡтарын, тылдағы фиҙакәр хеҙмәтен онотмау, яңынан хәтергә төшөрөү, һуғыш балаларының ул йылдарҙа күргән михнәттәрен йәш быуынға еткереп уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү.

Конкурс иҡтисад фәндәре докторы , Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы иҫәбенә үткәрелә.

Конкурс ғинуар-апрель айҙарында үткәрелә. Яҙмалар “Атайсал” гәзитенең биттәрендә донъя күргәндән һуң, 2022 йылдың 6 майында Сибай институтының кәңәшмәләр залында тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһала.

Конкурсҡа очерк, мәҡәлә, һүрәтләмә, хәтерләүҙәрҙе тәҡдим итергә мөмкин (ебәрелгән материалдарҙың һаны сикләнмәй), ҡулъяҙмаларҙың ебәрелгәне (компьютерҙа баҫылғаны) ике биттән дә артмауы мотлаҡ.

Конкурста “Атайсал” гәзитенә беренсе, икенсе ярты йыллыҡҡа (ҡағыҙ йә электрон версияға) яҙылыусылар ҡатнаша ала.

Жюри составы:

  1. Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы--рәйес.
  2. Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы--“Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, рәйес урынбаҫары.
  3. Хәмитов Илдар Салихйән улы--Сибай институтының директоры, комиссия ағзаһы.
  4. Әбдрафиҡов Булат Кәшфулла улы--Сибай типографияһы директоры, комиссия ағзаһы
  5. Бикбова Роза Хаммат ҡыҙы--Сибай гимназия-интернаты директоры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, комиссия ағзаһы.

Конкурста беренсе, икенсе, өсөнсө урынды алыусылар аҡсалата премия, дипломдар менән бүләкләнә.

Беренсе урын: 5 мең (бер премия)

Икенсе урын: 3 мең (ике премия)

Өсөнсө урын: 2 мең (өс премия)

Конкурста ҡатнашыусы хәбәрселәр өсөн: 2 мең (ике премия)

 

Еңеүселәр Бөйөк Еңеү алдынан “Атайсал” гәзитендә, уның сайтында иғлан ителәсәк.

 

Фото: sakhaday.ru

 

Автор:Резеда Валиева