Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2022, 10:05

Асфальт юл кәрәк

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһы халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау програмаһында ҡатнашып былтыр бер урамға асфальт түшәлде. Программаның ысын эшләүен күргәс, быйыл уның аша 3 урамда йәшәүселәр юл япмаһын рәтләтеп алмаҡсы.

Асфальт юл кәрәк
Асфальт юл кәрәк

Жуков урамының Йәнтилин урамы менән киҫелешенән алып 52-се йортона ҡәҙәр йәшәүселәр 6 декабрҙә йомғаҡлау йыйылышы үткәреп, юл йүнәтеү инициативаһын хупланы. Жуков урамының Сибаев урамын алып Йәнтилин урамы киҫелешенә ҡәҙәр дауам иткән өлөшөндә йәшәүселәр ҙә 6 декабрҙә дөйөм йомғаҡлау йыйылышында юл яңыртыу мәсьәләһен күтәрҙе. Алдар Батыр урамының Йәнтилин урамы киҫелешенән алып Алдар Батыр урамының 60-сы йортона ҡәҙәр арауыҡта йәшәүселәр ҙә юлға асфальт түшәтеү яҡлы. Бөтә проекттарҙы конкурсҡа енткеле әҙерләү өсөн инициатив төркөмдәр булдырылды.

Автор:Гульдар Кадаева