+20 °С
Облачно


Шуға йыйылыш ойоштороп, программа сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы барланы. Берҙәмлектә—көс булыуын яҡшы аңлаған инициатив төркөм йыйылышта тәҡдим ителгән проекттарҙың иң өҫтөнлөклөһө--Балалар музыка мәктәбе бинаһын тыштан ремонтлау тип билдәләне. Клара Цеткин урамының 10/2 адресында урынлашҡан мәктәп конкурста ремонт мәсьәләһен икенсе йыл күтәреп сыға. Быйыл программаға ярашлы бинаның тышы профлист менән көпләнһә, 2022 йылда ремонт, биҙәү эштәрен тамамлау, энергияны һаҡлаусы ҡорамалдар менән тәьмин ителеш бурысы ҡуйыла.