Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Сентябрь 2021, 10:20

АТАЙҘАР ҺӘМ УЛДАР, ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН!

Башҡортостандың ир-егеттәр ҡоро “Ир-егет—ил терәге” проекты сиктәрендә 26-27 сентябрҙә Бөрйән районында ат сабышы уҙғара. Шулай уҡ сара сиктәрендә өлгөлө атайҙар хаҡында видеофильм төшөрөлә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.  

АТАЙҘАР ҺӘМ УЛДАР, ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН!
АТАЙҘАР ҺӘМ УЛДАР, ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН!

Башҡортостандың ир-егеттәр ҡоро “Ир-егет—ил терәге” проекты сиктәрендә 26-27 сентябрҙә Бөрйән районында ат сабышы уҙғара. Шулай уҡ сара сиктәрендә өлгөлө атайҙар хаҡында видеофильм төшөрөлә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

--Күп улдар әсәй, өләсәй, ҡатын-ҡыҙ—уҡытыусы тарафынан тәрбиәләнгән. Беҙ атайҙарҙың малайҙарға ирҙәргә хас тәрбиә биреүен теләйбеҙ. Мин бер нисә ҡат әйткәнем бар инде: беҙҙең ғаиләлә атай баш булды, уның һүҙе хәл иткес көскә эйә ине. Был дөрөҫ тә, ир кеше яҡындары өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш”,--ти Башҡортостан ир-егеттәре ҡоро рәйесе Зариф Байғусҡаров.

Сара интернет селтәре аша трансляцияға сыға. Атайҙар һәм уландар сарала ҡатнашыу өсөн ғариза бирә ала. Ғариза 19 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Теркәлеү өсөн һылтанма: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSfHHMbWniKxORy_Rc6xvnt1lpfNxduCPqM8YimJ074x-CDTCQ/viewform

Подробная информация в Положении проекта и в сообществе Совет мужчин Башкортостана. Проект реализуется на грант Главы Республики Башкортостана при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу. #СоветМужчинБашкортостана #МужчиныБашкортостана #СМРБ #МужчиныРБ #СоветМужчинРБ #ФорумМужчинБашкортостана #КомандаБайгускарова #ОпораСтраны #ФСГОРБ #ГрантыГлавы102

 

Автор:Резеда Валиева