АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Апрель 2021, 15:10

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр иғтибарына!

Башҡортостан Республикаһы Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының төбәк этабын уҙғара. Уның маҡсаты ғаиләнең, ата-әсәнең, ғаилә ҡиммәттәренең абруйын арттырыу. Конкурс ике этапта түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:

1. «Күп балалы ғаилә» - биш йә унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәр (уллыҡҡа алыусылар), төбәктең йәмәғәт тормошонда, сараларҙа ҡатнашҡан иң әүҙем ғаиләләр саҡырыла.
2«Ауыл ғаиләһе» номинацияһында ауыл территорияһын үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индергән, хеҙмәттә, ижадта, спортта һәм балалар тәрбиәләүҙә уңыштары булған ғаиләләр ҡатнаша.
3. «Алтын ғаилә» - 30 йыл бергә ғүмер иткән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, гражданлыҡ һәм патриотлыҡ, оҙон ғүмерлелек бәйләнештәрен нығытыуҙа миҫал булған ғаиләләр һынаша.
4.«Милли йолаларҙы һаҡлаусылар» номинацияһында һөнәри династияны дауам итеүсе ғаиләләр ярыша.
Конкурстың беренсе этабы төбәктәрҙә (район һәм ҡалаларҙа) уҙғарыла. Төбәк еңеүселәре республика этабына сығасаҡ. Икенсе этапта еңеүселәр үҙ төбәген, Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә күрәһәтәсәк. Еңеүселәрҙе бүләкләү Мәскәүҙә уҙа.