Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Апрель 2021, 18:20

СИБАЙҘА БАЛАҪ ҺУҒАЛАР...

VI Бөтә донъя фольклориадаһына ярашлы, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында туҡыу буйынса (балаҫ һуғыусылар) I Асыҡ форум бара. Сара кисә башланды һәм өс көн дауам итәсәк.

VI Бөтә донъя фольклориадаһына ярашлы, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында туҡыу буйынса (балаҫ һуғыусылар) I Асыҡ форум бара. Сара кисә башланды һәм өс көн дауам итәсәк.
Форумды ойоштороусыларҙың береһе, "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Рәсәй күңеле" премияһы лауреаты, сәсәниә Асия Ғәйнуллина белдереүенсә, һәр төбәк үҙенең туҡыу сәнғәте һәм балаҫ һуғыусылары менән дан тотҡан. Бөгөн республикала был сәнғәт төрө бер яҡлы ғына үҫеш ала, сөнки һәр райондың балаҫ һуғыусылары, туҡыусылары үҙ йүнәлешендә эшләй. Тәүге форумдың төп маҡсаты - республиканың иң оҫта туҡыусыларын бер майҙанға йыйып, уларҙың эштәре менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре алыу, йәш быуынға өйрәтеү һәм Башҡортостанда туҡыу (балаҫ һуғыу) мәктәбе булдырып, уны ил кимәлендә юғары сәнғәт өлгөһө итеп танытыу.
Ярышта ҡатнашыусылар буй балаҫты һуғыу буйынса өҫтәлгә ултыртылған станоктарҙа тиҙлеккә һәм сифатҡа һынау тота. Шулай уҡ бында теләгәндәргә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, төрлө станоктарҙан бай күргәҙмә эшләй, унда кемдер һуҡма шәл, икенселәре аҫалы балаҫ, бәғзеләре буҫта һуға ала. Һөнәрселәр янында өйрәнсектәр - колледждың этносәнғәт ижады бүлеге студенттарының да ҙур теләк менән ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ.
Форумдың нисек үткәне, кемдәр килгәне һәм еңеүселәр хаҡында тиҙҙән гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Автор: Карима Усманова
Фото: https://vk.com/skisibay_news