Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март 2021, 15:05

Әбештәр таҡмаҡ әйтә

Хәрефкә, һүрәткә, һүҙҙәргә таҡмаҡ әйттеләр. Ярыш бик сәмле барҙы...

Хәйбулла районы Әбеш ауылы мәҙәниәт йортонда китапхана, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мөмкинселектәре сикләнгәндәр ойошмаһы менән берлектә тәүге тапҡыр "Таҡмаҡ батл-2021 - таҡмаҡтар бәйгеһе" ойошторҙо. Унда Әбеш ауылы биләмәһенә ҡараған Әбеш, Үрнәк, Ҙур Арыҫланғол, Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар Наҙарғол ауылдары таҡмаҡсылары ҡатнашты.
--Алты команда араһында таҡмаҡ әйтешеү бик ҡыҙыу барҙы. Бәйге командаларҙың сәләмләүе менән башланды, артабан хәрефкә, һүрәткә, һүҙҙәргә таҡмаҡ уйлау һәм такмакты таны, төрлө милләт таҡмаҡтары, ҡапма - ҡаршы таҡмаҡ әйтеү конкурстарында бер команда ла һынатманы. Жюри төрлө номинациялар буйынса урындар билдәләне. Байрам тәмле сәй табыны артында дауам итте. "Таҡмаҡ батл-2021" бәйгеһен үткәреүҙә ярҙам иткән Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Т. М. Юнысовҡа , мәктәп директоры Р.В.Ниғмәтуллинға, мәктәп ашнаҡсыларына һәм байрамға бағыусы булып тәмле- тәмле бәлештәр бешереп биреүсе Әлфиә Әбделмәноваға рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт берҙәм булайыҡ,--тип яҙа әбештәр социаль селтәрҙә.