Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март 2021, 11:50

Атайҙар өсөн яңы конкурс

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ойошторған «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсына ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ойошторған «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсына ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
«Атай ҡаһарманлығы» наградаһы бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү һәм уларҙың хеҙмәтен билдәләү маҡсатында булдырылды. Конкурста Башҡортостанда 5 йылдан да кәм йәшәмәгән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.
Йәмәғәт палатаһы председателе урынбаҫары Рәмил Рахимов билдәләүенсә, конкурс комиссияһы ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү өҫтөндә эшләгән, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыусы, балалар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән, балаларҙың спорт, мәғариф, мәҙәниәт, производство өлкәләрендә яулаған юғары күрһәткесәтәре, ата-әсәнең, балаларҙың дәүләт наградаларын алыуҙары, ҡаһарманлыҡ ҡылыуҙары ҡараласаҡ.
Конкурста ҡатнашырға теләгән атайҙарға 15 апрелгә тиклем конкурста ҡатнашыу өсөн материалдарҙы «Атай ҡаһарманлығы» билдәһе менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347) 280-82-36 телефоны буйынса алырға мөмкин.