АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Март 2021, 15:00

Дәртле халыҡ йәшәй Баймаҡта

Баймак халыҡ ижады үҙәгендә район художество үҙешмәкәрлек смотрының гала-концерты үтте. Район смотрында 18-80 йәштәге 1700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Пандемияға бәйле бер йылға яҡын сәхнәләр буш тороуға ҡарамаҫтан, ижади коллективтар үҙҙәренең оҫталығын һаҡлап ҡалған, репертуарҙарын яңыртҡан, яңы сәхнә костюмдары теккән, райондың ижади тормошона әүҙем өлөш индергән яңы сағыу, үҙенсәлекле коллективтар барлыҡҡа килгән.

-- Смотр бер тында үтте, артистарҙың һәр сығышы тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде. Смотрҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!—тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Ф.Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә