АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Март 2021, 23:15

50 мең һум - РУСЛАНДА!

Шоу-проекттың финал өлөшө бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында бик йәнле үтте.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында өсөнсөгә “Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсы үтте.
Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәндәр көс һынашты. Финалға сыҡҡандарҙың остаздары, йырсы һәм вокал буйынса педагогтар - Раил Өмөтбаев, Искәндәр Ғәзизов, Светлана Үтәева һәм Вероника Назарова. Улар үҙ командаһына эләккән йырсылар менән ныҡлы шөғөлләнде.
Шоу-проекттың финал өлөшө бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында бик йәнле үтте. Ҙур тулҡынланыу менән көтөлгән конкурстың төп еңеүсеһе - Баймаҡ районынан Руслан Тимербулатов! Уға 50 мең һумлыҡ сертификатты Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов тапшырҙы. Еңеүсенең остазы - Раил Өмөтбаев. Руслан конкурста ике йыл рәттән ҡатнашҡан. Башҡорт, рус, татар тҽлдәрендә бҽрҙәй оҫта йырлай. Ул - Баймаҡ районы мәҙәниәтҽ өлкәһҽндә оҙаҡ йылдар тырышып хҽҙмәт итҽүсҽләрҙең береһе.
Күмертау ҡалаһынан Регина Хужинаға - 30, ә Сибайҙан Илгиз Тимербулатовҡа 20 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
“Урал аръяғы тауышы” Сибайҙың йөҙөн билдәләгән йыр-моң фестиваленә әйләнеп бара.
Фото: Илшат Солтангәрәевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова